Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 27:63 - Инжил

63 – Әфәндем, теге ялғансының иҫән сағында: «Мин өс көндән һуң терелеп торасаҡмын», – тип әйтеүен хәтерләйбеҙ, – тинеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

63 – Әфәндебеҙ, теге ялғансының иҫән сағында: «Мин өс көндән һуң терелеп торасаҡмын», – тип әйткәне иҫебеҙгә төштө, – тинеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 27:63
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шул ваҡыттан алып Ғайса шәкерттәренә Үҙенең Иерусалимға барырға, унда аҡһаҡалдар, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре тарафынан күп ғазаптарға дусар ителергә һәм үлтерелергә, әммә өсөнсө көндә терелеп торорға тейешлеге тураһында һөйләй башланы.


Уны үлтерәсәктәр, әммә өсөнсө көндә Ул терелеп торасаҡ, – тине. Шәкерттәр оло ҡайғыға төштө.


мыҫҡыллатыу, ҡамсылатыу һәм арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатыу өсөн, мәжүсиҙәр ҡулына тапшырасаҡ. Ләкин өсөнсө көндә Ул терелтеп торғоҙоласаҡ.


Улар: – Был кеше: «Мин Алла Йортон емереп, уны өс көн эсендә яңынан төҙөй алам», – тип әйтте, – тинеләр.


– Өсөнсө көнгәсә ҡәберҙе һаҡларға әмер бир, юғиһә, шәкерттәре килеп, Уның кәүҙәһен урлап алып китеүҙәре һәм халыҡҡа: «Ул үленән терелеп торҙо», – тип әйтеүҙәре мөмкин. Был һуңғы ялған беренсеһенән дә яманыраҡ булыр.


Әммә Ул бында юҡ. Үҙе әйткәненсә, үленән терелтеп торғоҙолдо. Килегеҙ, Уның ятҡан урынын ҡарағыҙ.


Тегеләр Уны мыҫҡыллар, өҫтөнә төкөрөр, ҡамсылар һәм үлтерер. Ләкин Ул, өс көн үткәс, терелеп торор.


Ғайса шәкерттәренә Әҙәм Улының күп ғазаптар кисерергә, аҡһаҡалдар, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре тарафынан кире ҡағылырға һәм үлтерелергә, ә өс көндән һуң терелеп торорға тейешлеге тураһында аңлата башланы.


сөнки Үҙенең шәкерттәрен мөһим нәмәләргә өйрәтә ине. – Әҙәм Улы кешеләр ҡулына тотоп биреләсәк һәм үлтереләсәк. Әммә үлтерелгәндән һуң өс көн үткәс, терелеп торасаҡ, – тине Ул.


Ғайса, ун ике шәкертен ситкә саҡырып, уларға: – Әле беҙ Иерусалимға китеп барабыҙ. Унда Әҙәм Улы хаҡында пәйғәмбәрҙәр яҙғандың бөтөнөһө лә ғәмәлгә ашасаҡ.


Уны ҡамсылаясаҡтар һәм үлтерәсәктәр. Ләкин өсөнсө көндә Ул терелеп торасаҡ, – тигән.


– Беҙ был кешене халҡыбыҙҙы аҙҙырыусы тип иҫәпләйбеҙ. Ул Үҙен Мәсих, батша тип атай һәм ҡайсарға һалым түләүҙе тыя, – тип ғәйепләй башлағандар.


– Әҙәм Улы күп ғазаптар кисерергә, аҡһаҡалдар, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре тарафынан кире ҡағылырға һәм үлтерелергә тейеш, әммә өсөнсө көндә Ул терелеп торасаҡ, – тигән Ғайса.


– Бынау Алла Йортон емереп ташлағыҙ, Мин уны өс көндә торғоҙасаҡмын, – тине Ғайса.


Уның тураһында халыҡ араһында күп һүҙҙәр таралды. «Ул яҡшы Кеше», – тине берәүҙәр, ә икенселәр: «Юҡ, Ул халыҡты юлдан яҙҙыра», – тип ҡаршы төштө.


– Әллә һеҙ ҙә алдандығыҙмы? – тине фарисейҙар.


намыҫта һәм намыҫһыҙлыҡта ла, ғәйбәт һәм абруй арҡылы ла. Беҙҙе алдаҡсы тип иҫәпләйҙәр, шулай ҙа беҙ хәҡиҡәткә таянабыҙ;


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ