Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 27:54 - Инжил

54 Йөҙбашы һәм уның менән бергә Ғайсаны һаҡлаусы ғәскәриҙәр, ер тетрәүҙе һәм башҡа хәлдәрҙе күреп, ҡоттары осоп: – Ул ысынлап та Алла Улы булған икән! – тиештеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

54 Йөҙ башы һәм уның менән бергә Ғайсаны һаҡлаған ғәскәриҙәр, ер тетрәүҙе һәм башҡа хәлдәрҙе күргәс: – Ул ысынлап та Алла Улы булған икән! – тип ҡурҡыуға төштө.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 27:54
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә Ғайса бер нәмә лә өндәшмәне. Иң баш рухани Унан: – Мәңге тере Алла алдында ант итеп әйтеүеңде талап итәм: Һин Алла Улы Мәсихме? – тип һораны.


һәм шунда Уны ҡарауыллап ултырҙылар.


– Алла Йортон емереп, уны өс көндә яңынан Төҙөүсе, ҡотҡар Үҙеңде! Алла Улы булһаң, төш арҡысаҡтан!


Ул Аллаға ышанды. Әгәр ҙә Аллаға яраҡлы булһа, ҡотҡарһын Уны Алла! Ул Үҙен Уның Улы тип атаны бит.


Һәм бына Алла Йортондағы шаршау өҫтән аҫҡаса урталай йыртылып китте. Ер тетрәне, таш ҡаялар ярылды,


Шул саҡ ҡотҡосо Иблис, Уның янына килеп: – Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, бынау таштарға икмәккә әйләнергә ҡуш, – тине.


Ғайса Капернаумға барғас, Уға бер йөҙбашы ярҙам һорап килде.


Арҡысаҡ ҡаршыһында торған йөҙбашы, Ғайсаның шулай йән биреүен күргәс: – Был Кеше ысынлап та Алла Улы булған икән! – тине.


– Улай булғас, Һин Алла Улымы? – тигән бөтәһе лә. – Һеҙ үҙегеҙ Минең Ул икәнлегемде әйтәһегеҙ, – тип яуап биргән Ғайса уларға.


Йәһүдтәр: – Беҙҙең ҡануныбыҙ бар. Был ҡанун буйынса Ул үлергә тейеш, сөнки Үҙен Алла Улы тип атаны, – тип яуап бирҙеләр.


Кесарияла Италия полкы тип аталған ғәскәрҙә йөҙбашы булып хеҙмәт иткән Корнилий исемле бер кеше бар ине.


Ишеткән был һүҙҙәр уларҙың йөрәктәренә үтеп инде: – Туғандар, беҙгә ни эшләргә һуң? – тине улар Петрға һәм башҡа илселәргә.


Ул шунда уҡ, ғәскәриҙәр һәм йөҙбашылар менән бергә, халыҡ йыйылған ергә йүгерҙе. Кешеләр, башлыҡты һәм ғәскәриҙәрҙе күреп, Павелды туҡмауҙан туҡтаны.


Павел иһә, йөҙбашыларҙың береһен саҡырып: – Был егетте ғәскәриҙәр башлығы янына алып бар, уның әйтәһе һүҙе бар, – тине.


Ғәскәриҙәр башлығы ике йөҙбашын саҡырып алды. Уларға: – Ике йөҙ йәйәүле, етмеш һыбайлы һәм ике йөҙ уҡсы ғәскәр әҙерләгеҙ. Улар киске сәғәт туғыҙҙа Кесарияға китһен.


Беҙҙе Италияға оҙатырға ҡарар ҡылынғас, Павелды һәм тағы бер нисә тотҡондо император полкының Юлий атлы йөҙбашына тапшырҙылар.


Әммә йөҙбашы, Павелды ҡотҡарып ҡалырға теләп, уларҙы туҡтатты һәм тәүҙә йөҙә белгәндәргә һыуға ырғырға һәм ярға сығырға ҡушты.


Шул уҡ мәлдә бик көслө итеп ер тетрәне, ҡаланың ундан бер өлөшө емерелде, ер тетрәүҙән ете мең кеше үлде, ә ҡалғандары бик ныҡ ҡурҡып, күктәр Аллаһын данланы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ