50 Ә Ғайса тағы бер тапҡыр көслө тауыш менән ҡысҡырҙы ла йән бирҙе.
Әҙәм Улы ла бит Үҙенә хеҙмәт иттерер өсөн килмәне. Үҙе хеҙмәт итергә һәм, күптәрҙе йолоп алыр өсөн, Үҙ ғүмерен йолом итеп бирергә тип килде, – тине.
Бүтән кешеләр быға: – Туҡта! Ҡарайыҡ әле: Ильяс Уны ҡотҡарырға килерме икән? – тинеләр.
Ғайса көслө тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе лә, йән бирҙе.
Ғайса көслө тауыш менән: – Атам! Рухымды Һинең ҡулыңа тапшырам, – тип ҡысҡырған да йән биргән.
Мин – яҡшы көтөүсе: яҡшы көтөүсе һарыҡтары өсөн йәнен фиҙа ҡыла.
Шунда әсе шарап тултырылған көршәк тора ине. Ғәскәриҙәр һыу һеңдергесте әсе шарапҡа мандылар ҙа, уны майағас сыбығына элеп, Ғайсаның ирененә терәнеләр.
Ғайса әсе шарапты аҙ ғына эскәс: – Тормошҡа ашты! – тине лә, башын эйеп йән бирҙе.
Был балаларҙың тәне лә, ҡаны ла бар. Шунлыҡтан Ғайса Үҙе лә кеше ҡиәфәтен алды. Ул быны үлемгә баш булған Иблистең хакимлығын Үҙ үлеме менән юҡ итеү, ғүмере буйы үлемдән ҡурҡып, ҡол булып йәшәгән кешеләрҙе азат итеү маҡсатында эшләне.
Ерҙә йәшәгән сағында Ғайса Үҙен үлемдән ҡотҡара аласаҡ Аллаға, күҙ йәштәре менән илап һәм ҡысҡырып, үтенеп доға ҡылды. Оло ихтирамы арҡаһында Уның үтенесе Аллаға барып ишетелде.
Мәсих ҡанының көсө ни тиклем ҙур! Ул бит мәңгелек Рух аша Үҙен Үҙе саф ҡорбан рәүешендә Аллаға тапшырҙы. Беҙ мәңге тере Аллаға хеҙмәт итә алһын өсөн, Уның ҡаны беҙҙең выжданыбыҙҙы үлемгә илткән эштәрҙән арындырыр.