44 Ғайса менән бергә ҡаҙаҡланған юлбаҫарҙар ҙа Уны шулай мәсхәрә итте.
Шунан Уның менән бергә ике юлбаҫарҙы ла – береһен Уның уң яғына, икенсеһен һул яғына – арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланылар.
Мәсих, имеш, Израиль Батшаһы! Хәҙер күҙ алдыбыҙҙа арҡысаҡтан төшһөн, ана шунда ғына беҙ Уға ышанырбыҙ! – тинеләр. Хатта Уның менән бергә ҡаҙаҡланғандар ҙа Уны мәсхәрә итте.
Мәсих тә Үҙе тураһында уйламаны. Изге Яҙмала яҙылғанса: «Һине яманлаусыларҙың хурлау һүҙҙәре, Аллам, Минең өҫтөмә төштө».
Әгәр ҙә ҡайһығыҙғалыр зирәклек етешмәһә, ул уны Алланан һораһын һәм уға бирелер, сөнки Алла бөтөнөһөнә лә йомартлыҡ менән, шелтәләмәйенсә өләшә.