41 Шулай уҡ ҡанун белгестәре һәм аҡһаҡалдар менән баш руханиҙар ҙа Уны мыҫҡылланы:
41 Шулай уҡ ҡанун белгестәре, аҡһаҡалдар һәм баш ҡаһиндар ҙа Ғайсаны мыҫҡылланы:
– Алла Йортон емереп, уны өс көндә яңынан Төҙөүсе, ҡотҡар Үҙеңде! Алла Улы булһаң, төш арҡысаҡтан!
– Башҡаларҙы ҡотҡарҙы, ә Үҙен ҡотҡара алмай! Үҙе, имеш, Израиль Батшаһы! Хәҙер үк арҡысаҡтан төшһөн – ана шунда беҙ Уға ышанырбыҙ!
Ул мәжүсиҙәр ҡулына тапшырыласаҡ, улар Уны мыҫҡыллаясаҡ, хурлаясаҡ һәм өҫтөнә төкөрәсәк,
Ғайса Үҙен ҡулға алырға килгән баш руханиҙарға, Алла Йорто һаҡсылары башлыҡтарына һәм аҡһаҡалдарға: – Һеҙ ни өсөн Мине тоторға ҡылыстар һәм суҡмарҙар күтәреп сыҡҡанһығыҙ? Юлбаҫармы ни Мин? – тигән. –
Ә халыҡ ҡарап торған. Башлыҡтар иһә мыҫҡыл итеп: – Башҡаларҙы ҡотҡара ине бит. Әгәр Ул Мәсих – Алла тарафынан һайланған икән, Үҙен дә ҡотҡарһын, – тигәндәр.