35 Ғайсаны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлағас, йәрәбә һалып, үҙ-ара Уның кейемдәрен бүлешеп алдылар
[Ғайса: – Атам! Кисер уларҙы! Улар ни эшләгәндәрен үҙҙәре лә аңламай бит! – тигән.] Ғәскәриҙәр йәрәбә һалып, үҙ-ара Уның кейемдәрен бүлешкән.
Быны әйткәс, ҡулдарын һәм ҡабырғаһын күрһәтте. Шәкерттәр Раббыларын күреп бик ҡыуанды.
Башҡа шәкерттәр уға: – Беҙ Хужабыҙҙы күрҙек! – тинеләр. Ә ул уларға: – Уның ҡулдарындағы ҡаҙаҡтан алған яраларын күрмәйенсә, шул яраларға бармағымды, ҡабырғаһындағы йәрәхәткә ҡулымды тейҙереп ҡарамайынса, ышанмаясаҡмын, – тип яуапланы.
Унан Фомаға: – Бармағыңды бында һуҙ ҙа ҡулдарыма ҡара. Ҡулың менән ҡабырғамдағы йәрәхәткә тей! Башҡаса шикләнмә һәм ышан, – тине.
Алланың билдәләнгән маҡсаты һәм алдан белеп тороуы менән һеҙҙең ҡарамаҡҡа бирелгән ошо Кешене Алла ҡанунын белмәүселәр ҡулы менән арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатып үлтерҙегеҙ.
һеҙҙең һәммәгеҙгә һәм бөтә Израиль халҡына мәғлүм булһын: ҡаршығыҙҙа баҫып торған кеше, һеҙ арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатҡан, Алла тарафынан үленән терелтелгән назаралы Ғайса Мәсих исеме менән һауыҡтырылды.