25 – Уның ҡаны беҙҙең һәм беҙҙең балаларыбыҙҙың өҫтөндә булһын! – тип яуап бирҙе бөтәһе лә.
Был таш өҫтөнә йығылған һәр кем селпәрәмә киләсәк, ә инде таш кемдең өҫтөнә төшә, шуны иҙәсәк.
Әммә йәһүдтәр уға ҡаршы сығып, яман телләшә башлағас, кейемендәге туҙанды ҡағып: – Һәләкәтегеҙгә үҙегеҙ ғәйепле булырһығыҙ. Минең намыҫым таҙа, инде башҡа халыҡтар араһына китәм, – тине.
– Беҙ һеҙгә ҡәтғи рәүештә был исемдән өйрәтмәҫкә бойорғайныҡ түгелме? Ә һеҙ үҙегеҙҙең тәғлимәтегеҙҙе бөтә Иерусалимға тараттығыҙ һәм ул Кешенең үлеме өсөн беҙҙе ғәйепләйһегеҙ, – тине.
Һеҙҙең ата-бабаларығыҙ эҙәрлекләмәгән берәй пәйғәмбәр ҡалдымы икән? Улар Хаҡ булған Заттың килерен алдан хәбәр итеүселәрҙе үлтергән, ә хәҙер һеҙ Уның Үҙенә хыянат иттегеҙ һәм Уны үлтерҙегеҙ.