Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 27:24 - Инжил

24 Пилат, бер нисек тә ярҙам итә алмауын, киреһенсә, сыуалыш башланыуын ғына күреп, һыу килтерергә ҡушты һәм халыҡ алдында ҡулдарын йыуҙы. – Был Кешенең ҡаны түгелеүҙә мин ғәйепле түгел, быға һеҙ яуаплы! – тине ул.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

24 Пилатос, бер нимә лә ярҙам итмәгәнен, киреһенсә, сыуалыш башланыу ихтималын күреп, һыу килтерергә ҡушты һәм халыҡ алдында ҡулдарын йыуҙы ла: – Был Кешенең түгелгән ҡаны өсөн мин ғәйепле түгелмен, быға һеҙ яуаплы! – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 27:24
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

«Ләкин, халыҡ араһында фетнә килеп сыҡмаһын өсөн, байрам ваҡытында бында булмаһын», – тине улар.


Ул хөкөм итеү урынында ултырған саҡта, ҡатыны уға: «Был Кешегә ҡаршы бер ни ҙә эшләмә! Ул ғәйепһеҙ. Бөгөн төшөмдә Уның арҡаһында бик ғазапландым», – тип хәбәр иттерҙе.


– Ул ниндәй яуызлыҡ ҡылған һуң? – Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип тағы ла нығыраҡ ҡысҡырышты халыҡ төркөмө.


– Гонаһ ҡылдым мин, ғәйепһеҙгә хыянат иттем, – тине. – Бында беҙҙең ни ҡыҫылышыбыҙ бар? Ул һинең эшең, – тинеләр уға.


Йөҙбашы һәм уның менән бергә Ғайсаны һаҡлаусы ғәскәриҙәр, ер тетрәүҙе һәм башҡа хәлдәрҙе күреп, ҡоттары осоп: – Ул ысынлап та Алла Улы булған икән! – тиештеләр.


Шулай итеп, Иремия пәйғәмбәр аша әйтелгән һүҙҙәр ғәмәлгә ашты: «Улар Израиль кешеләре тарафынан Уның өсөн билдәләнгән баһаны – утыҙ көмөш тәңкәне алды,


– Хужам! – тине Симон Петр. – Улайһа, аяҡтарымды ғына түгел, ҡулдарымды ла, башымды ла йыуа күр.


Пилат йәнә сығып, халыҡҡа: – Ҡарағыҙ! Уның бер ниндәй ҙә ғәйебен тапмауымды белдереү өсөн, Уны һеҙҙең алдығыҙға сығарам, – тине.


Һеҙ Изгенән һәм Хаҡ булғандан ваз кистегеҙ һәм кеше үлтереүсене иреккә сығарыуҙы һоранығыҙ.


Беҙ Мәсих аша Алла алдында хаҡ тип иғлан ителә алһын өсөн, Ул беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн ғәйепте гонаһһыҙ Мәсих өҫтөнә һалды.


Мәсих тә бит, беҙҙе Алла янына алып барыу өсөн, ғәҙелһеҙ кешеләр урынына ғәҙел Кеше булараҡ, гонаһтарыбыҙ өсөн бер тапҡыр һәм мәңгегә ғазап сикте. Шулай итеп Уның тәне үлтерелде, әммә Рух ярҙамында Ул терелтелде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ