Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 27:2 - Инжил

2 Уны бәйләп Рим идарасыһы Пилатҡа алып барып тапшырҙылар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Улар Ғайсаны бәйләп, өлкә идарасыһы Пилатосҡа алып барып тапшырҙылар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 27:2
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

мыҫҡыллатыу, ҡамсылатыу һәм арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатыу өсөн, мәжүсиҙәр ҡулына тапшырасаҡ. Ләкин өсөнсө көндә Ул терелтеп торғоҙоласаҡ.


Был хәбәр идарасыға мәғлүм була ҡалһа, беҙ уны һеҙҙең ғәйебегеҙ юҡлыҡҡа күндерербеҙ, һеҙгә ауырлыҡ төшмәҫ, – тинеләр.


Ошо ваҡытта Ғайса янына ниндәйҙер кешеләр килеп, ҡорбан килтергән саҡтарында Пилаттың әмере буйынса үлтерелгән Галилея кешеләре тураһында һөйләгән. Уларҙың ҡаны килтерелгән ҡорбан ҡанына буталған.


Улар Ғайса артынан ныҡлап күҙәтергә үҙ кешеләрен ебәргән. Былары иһә, үҙҙәрен тәҡүә кеше итеп күрһәткән булып, Ғайсанан бәйләнерлек һүҙ әйттереп, хөкөм итеү өсөн идарасы ҡулына тотоп бирергә ниәтләгәндәр.


Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла тороп, Ғайсаны Пилат янына алып килгән.


Быға тиклем бер-береһенә дошман булған Пилат менән Ирод шул көндө үк дуҫлашҡан.


Тиверий ҡайсар хакимлығының ун бишенсе йылында, Йәһүҙиәлә Понтий Пилат идара иткәндә, Галилеяның башлығы – Ирод, уның ир туғаны Филипп Итурея һәм Трахонитис өлкәләренең башлығы, ә Лисаний Авилинея өлкәһе башлығы булғанда,


Рим ғәскәриҙәре, уларҙың башлығы һәм йәһүдтәр тарафынан ебәрелгән Алла Йорто һаҡсылары Ғайсаны тотоп бәйләне.


Шунан Аннас Уны бәйләнгән хәлдә иң баш рухани Каиафа ҡаршыһына ебәрҙе.


Ғайсаны Каиафа янынан Рим ҡайсары тарафынан ебәрелгән идарасы һарайына алып килделәр. Был иртә менән булды. Йәһүдтәр һарайға инмәне, сөнки инһәләр, таҙарыныуҙары боҙолоп, Ҡотҡарылыу байрамында ҡатнаша алмаҫтар ине.


Ирод Петрҙы хөкөм алдына сығарырға теләгән көндөң төнөндә Петр, ике бығау менән бығауланған хәлдә ике ғәскәри уртаһында йоҡлап ята ине. Ә ишек янында ҡарауылсылар һаҡта торҙо.


Ғәскәриҙәр башлығы яҡыныраҡ килеп Павелды ҡулға алырға, уны ике сылбыр менән бығауларға әмер бирҙе. – Был кеше кем һәм ул нимә эшләне? – тип һораны ул.


Ләкин уны ҡайыштар менән бәйләгән саҡта Павел үҙ янында торған йөҙбашынан: – Рим гражданын хөкөм итмәй тороп ҡамсыларға рөхсәт ителәме ни һеҙгә? – тип һораны.


Һорау алырға теләүселәр шунда уҡ уның янынан ситкәрәк китте, ә ғәскәриҙәр башлығы, Павелдың Рим гражданы икәнен белгәс, уны бәйләргә ҡушҡаны өсөн ҡурҡыуға төштө.


Әммә ике йылдан Феликс урынына Порций Фест килде. Феликс, йәһүдтәргә ярарға тырышып, Павелды тотҡонлоҡта ҡалдырҙы.


Шуға мин һеҙҙе осрашып һөйләшергә саҡырҙым. Мин бит бына был бығауҙарға Израиль бағлаған өмөт өсөн һуғылдым, – тине Павел.


Ибраһимдың, Исхаҡтың һәм Яҡубтың Аллаһы, беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы Үҙенең Хеҙмәтсеһе Ғайсаның данлы бөйөклөгөн шулай күрһәтте, ә һеҙ Уны тотоп бирҙегеҙ һәм, Пилат Уны азат итергә уйлағанда, Пилат алдында Унан баш тарттығыҙ.


Ысынлап та, Ирод һәм Понтий Пилат, мәжүсиҙәр һәм Израиль халҡы менән бергә, Изге Хеҙмәтсең Ғайсаға – Үҙең майлаған Мәсихкә ҡаршы, Һинең ҡөҙрәтең һәм ихтыярың арҡаһында буласағы алдан билдәләнгән эште ҡылыу өсөн ошо ҡалаға йыйылдылар.


шул юлдан барыусы ир-атты ла, ҡатын-ҡыҙҙы ла ҡулға алыу һәм Иерусалимға алып килеү вәкәләтен бирә торған хат һорап алды. Хат Дамаск ғибәҙәтханалары өсөн ине.


Бар тереклеккә йән биреүсе Алла алдында һәм тоғро иманын раҫлап Понтий Пилатҡа шаһитлыҡ биргән Ғайса Мәсих алдында һиңә аманат әйтәм:


Ошо вәғәздәрем өсөн мин ғазап сигәм, мине хатта енәйәтсе һымаҡ бығаулап ҡуйҙылар. Ләкин Алла һүҙен бығаулап булмай.


Төрмәлә ултырған кешеләрҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ, үҙегеҙҙе лә улар менән бергә тотҡонлоҡта кеүек тойоғоҙ. Аяуһыҙ мөғәмәләгә түҙгән кешеләрҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ, сөнки һеҙҙең тәнегеҙ ҙә ауыртыуҙы тоя.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ