Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 27:19 - Инжил

19 Ул хөкөм итеү урынында ултырған саҡта, ҡатыны уға: «Был Кешегә ҡаршы бер ни ҙә эшләмә! Ул ғәйепһеҙ. Бөгөн төшөмдә Уның арҡаһында бик ғазапландым», – тип хәбәр иттерҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

19 Ул хөкөм итеү урынында ултырған саҡта, ҡатыны уға: «Был Кешегә ҡаршы бер ни ҙә эшләмә! Ул ғәйепһеҙ. Бөгөн төшөмдә Уның арҡаһында бик ғазапландым», – тип хәбәр иттерҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 27:19
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ошо турала уйлағандан һуң, төшөнә Раббы фәрештәһе инә. – Дауыт нәҫеленән булған Йософ, Мәрйәмде кәләш итеп алырға ҡурҡма! – ти ул. – Уның ҡарынындағы Бала Изге Рухтан яралды.


Ирод үлгәндән һуң, Мысырҙа Раббы фәрештәһе Йософтоң төшөнә инде. Ул:


Әммә, Йәһүҙиәлә Ирод урынында улы Архелай батша идара итеүен ишетеп, Йософ унда барырға ҡурҡты. Төшөндә иҫкәртеү алғас, ул Галилея өлкәһенә китте.


Сөнки Пилат йәһүд башлыҡтарының Ғайсаны көнләшеүҙәре арҡаһында тотоп биреүен белә ине.


Пилат, бер нисек тә ярҙам итә алмауын, киреһенсә, сыуалыш башланыуын ғына күреп, һыу килтерергә ҡушты һәм халыҡ алдында ҡулдарын йыуҙы. – Был Кешенең ҡаны түгелеүҙә мин ғәйепле түгел, быға һеҙ яуаплы! – тине ул.


– Гонаһ ҡылдым мин, ғәйепһеҙгә хыянат иттем, – тине. – Бында беҙҙең ни ҡыҫылышыбыҙ бар? Ул һинең эшең, – тинеләр уға.


Беҙҙе ғәҙел хөкөм иттеләр, ҡылған эштәребеҙгә ҡарата тейешлеһен алдыҡ. Ә Ул бер насарлыҡ та ҡылмаған, – тигән


Ошо хәлдәрҙе күреп торған йөҙбашы Алланы данлап: – Был Кеше, ысынлап та, тәҡүә Кеше булған икән, – тип әйткән.


Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Пилат Ғайсаны сығарып, «Таш баҫма» (йәһүдсә «Габбата») тип аталған ҡалҡыу ерҙәге хөкөм итеү урынына барып ултырҙы.


Билдәләнгән көндө Ирод, батша кейемдәре кейеп, хөкөм итеү урынына ултырҙы һәм улар алдында нотоҡ тотто.


Ахаияла Галлион өлкә башлығы булған ваҡытта йәһүдтәр, берләшеп, Павелға ҡаршы күтәрелде һәм уны тотоп хөкөм йортона алып барҙы.


уларҙы хөкөм йортонан ҡыуып сығарҙы.


Шунан һуң ундағы кешеләр хөкөм йорто алдында ғибәҙәтхана башлығы Сосфенды тотоп туҡманы. Ә Галлиондың быға иҫе лә китмәне.


– Мин ҡайсар хөкөмө алдында торам һәм эшем шунда ҡаралырға тейеш. Үҙең дә яҡшы белеп тораһың, мин йәһүдтәргә ҡаршы насар бер нәмә лә ҡылманым.


Улар бында килгәс, һис кисектермәйенсә, икенсе көндө үк хөкөм итеү урынына ултырҙым һәм ул кешене алып килергә әмер бирҙем.


Иерусалимда аҙна-ун көн булғандан һуң Фест Кесарияға ҡайтты. Икенсе көндө ул хөкөм итеү урынына ултырҙы һәм Павелды алып инергә ҡушты.


Изге Яҙмала яҙылғанса: «Ул гонаһ ҡылманы, һәм Уның телендә мәкерлек табылманы».


Балаларым! Мин быларҙы һеҙгә, бүтәнсә гонаһ ҡылмағыҙ, тип яҙам. Әгәр инде берәйһе гонаһ ҡылһа, Ата алдында беҙҙең Яҡлаусыбыҙ бар, Ул – һәр ваҡыт ғәҙел эш итеүсе Ғайса Мәсих.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ