16 Ул ваҡытта яманаты киң таралған Варавва исемле бер тотҡон бар ине.
16 Ул дәүерҙә яманаты киң таралған Бараббас исемле бер тотҡон бар ине.
Идарасы, байрам айҡанлы, халыҡ һораған бер тотҡондо азат итергә ғәҙәтләнгәйне.
Шуға күрә, халыҡ йыйылғас, Пилат уларҙан: – Кемде азат итеүемде теләйһегеҙ: Варавванымы, әллә Мәсих тип аталған Ғайсанымы? – тип һораны.
Ул саҡта ихтилал ваҡытында кеше үлтергән фетнәселәр төрмәгә ябылғайны. Улар араһында Варавва тигән тотҡон да бар ине.
Ихтилалда ҡатнашыуы һәм кеше үлтереүе өсөн төрмәгә ултыртылған Варавваны халыҡ һорауы буйынса азат иткән, ә Ғайсаны улар ихтыярына тапшырған.
Шунда барыһы ла: – Уны түгел! Варавваны сығар! – тип ҡысҡырҙы. Варавва иһә юлбаҫар ине.
Һеҙ Изгенән һәм Хаҡ булғандан ваз кистегеҙ һәм кеше үлтереүсене иреккә сығарыуҙы һоранығыҙ.
Улар Алланың ғәҙел хөкөмө буйынса үлемгә лайыҡлы икәнлектәрен белә, әммә үҙҙәре гонаһ ҡылып ҡына ҡалмай, хатта ундай эш ҡылыусыларҙы хуплайҙар.
Минең менән бергә тотҡонлоҡта булған яҡташтарым Андроник менән Юнияға сәләм тапшырығыҙ. Улар илселәр араһында мөһим урын алып тора, һәм Мәсихкә миңә тиклем үк инанғандар.