Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 26:74 - Инжил

74 Шунда Петр: – Мин Ул Кешене белмәйем! – тип ләғнәт уҡый һәм ант итә башланы. Тап ошо ваҡытта әтәс ҡысҡырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

74 Шунда Петрус: – Мин ул Кешене белмәйем! – тип ныҡышып ант итә башланы. Тап шул ваҡытта әтәс ҡысҡырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 26:74
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Тәнде үлтереп тә, йәнде үлтерә алмаусыларҙан ҡурҡмағыҙ. Йәһәннәмдә тәнде лә, йәнде лә һәләк итә алған Алланан ҡурҡығыҙ!


Ләкин Ғайса: – Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: ошо төндә, әтәс ҡысҡырғансы, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең, – тип яуапланы.


Бер аҙҙан һуң шунда торған кешеләр уның янына килеп: – Һин ысынлап та уларҙың береһе. Нисек һөйләшеүең үк быны белгертеп тора, – тинеләр.


Ғайсаның: «Әтәс ҡысҡырғансы, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең», – тигән һүҙҙәре Петрҙың иҫенә төштө. Ул, урам яҡҡа сығып, әрнеп иланы.


– Уның ҡаны беҙҙең һәм беҙҙең балаларыбыҙҙың өҫтөндә булһын! – тип яуап бирҙе бөтәһе лә.


– Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: бөгөн төндә әтәс ике тапҡыр ҡысҡырғансы, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең, – тине уға Ғайса.


Әммә Петр: – Мин бер ни ҙә белмәйем, һинең нимә һөйләгәнеңде аңламайым, – тип инҡар итте лә ихатанан тышҡа уҡ сығып китте. Ошо мәлдә әтәс ҡысҡырып ебәрҙе.


Әммә Петр уға ла: – Мин һинең нимә һөйләгәнеңде аңламайым, – тигән. Тап ошо һүҙҙәрҙе әйткән саҡта әтәс ҡысҡырып ебәргән.


Петр тағы ваз кисте. Тап ошо ваҡытта әтәс ҡысҡырып ебәрҙе.


Әгәр үҙ халҡыма, ҡан-ҡәрҙәштәремә был ярҙам итә алһа, Мәсихтән айырылып, ҡәһәрләнгән килеш ҡалыуҙы хуп күрер инем.


Раббыны яратмаусыларға ҡәһәр төшһөн. Раббыбыҙ, кил!


Мин Үҙем яратҡан һәр кемгә үпкә белдерәм һәм тәртипкә өйрәтәм. Шуға күрә сәмсел бул һәм тәүбә ит.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ