67 Шунан Ғайсаның йөҙөнә төкөрҙөләр, йоҙроҡлап туҡманылар, ҡайһылары:
67 Шунан Ғайсаның йөҙөнә төкөрөп, йоҙроҡлап туҡмай башланылар. Ҡайһылары:
– Эй, Мәсих, Һин пәйғәмбәр бит, шуға әйт беҙгә: Һиңә кем һуҡты? – тип Уның яңағына тондорҙо.
Өҫтөнә төкөрҙөләр, таяҡты тартып алып шуның менән башына һуҡтылар.
Ә Мин һеҙгә әйтәм: үҙеңә яуызлыҡ ҡылыусыға ҡаршы торма. Уң яңағыңа һуҡҡан кешегә һул яңағыңды ла ҡуй.
Тегеләр Уны мыҫҡыллар, өҫтөнә төкөрөр, ҡамсылар һәм үлтерер. Ләкин Ул, өс көн үткәс, терелеп торор.
Ҡайһы берәүҙәр Уға төкөрә, йөҙөн ҡаплап: «Әйҙә пәйғәмбәрлек ит инде!» – тип йоҙроҡлай башланы. Шунан уны һаҡсылар туҡмарға тотондо.
Уның башын таяҡ менән туҡманылар, өҫтөнә төкөрҙөләр, алдына тубыҡланып, Уға баш эйҙеләр.
Ғайса шулай тигәс, Уға яҡын торған һаҡсыларҙың береһе Уның яңағына килтереп һуҡты: – Иң баш руханиға Һин шулай яуап бирәһеңме?
янына килеп: – Йәшәһен йәһүдтәр Батшаһы! – тип яңаҡтарына һуҡтылар.
Беҙгә яла яғалар – беҙ яҡшылыҡ менән яуап бирәбеҙ. Донъя өсөн сүп-сар булып ҡалдыҡ һәм әле һаман йәмғиәттең ташландыҡ ҡыйыбыҙ.
Иманда беренсе булып барыусы һәм уны камиллыҡҡа еткереүсе Ғайсанан күҙ яҙлыҡтырмайыҡ. Ул, хурлығына иғтибар итмәйенсә, киләсәктә юлында көткән шатлыҡ хаҡына арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды һәм Алла тәхетенең уң яғына ултырҙы.