Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 26:63 - Инжил

63 Әммә Ғайса бер нәмә лә өндәшмәне. Иң баш рухани Унан: – Мәңге тере Алла алдында ант итеп әйтеүеңде талап итәм: Һин Алла Улы Мәсихме? – тип һораны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

63 Ғайса бер нәмә лә өндәшмәне. Иң баш ҡаһин Унан: – Тере Алла алдында ант итеп әйтеүеңде талап итәм: Һин Алла Улы Мәсихме? – тип һораны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 26:63
42 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Һин – Мәсих, мәңге тере Алланың Улы, – тип яуап бирҙе Симон Петр.


Шул мәлдә иң баш рухани тороп, Ғайсаға: – Һин быларҙың ғәйепләүенә бер нисек тә яуап ҡайтармайһыңмы ни? – тине.


Баш руханиҙарҙың һәм аҡһаҡалдарҙың ғәйепләүенә иһә Ул бер ни тип тә яуап ҡайтарманы.


Ләкин Ғайса бер ғәйепләүгә лә яуап бирмәне һәм бының менән Ул идарасыны хайран ҡалдырҙы.


– Алла Йортон емереп, уны өс көндә яңынан Төҙөүсе, ҡотҡар Үҙеңде! Алла Улы булһаң, төш арҡысаҡтан!


Ул Аллаға ышанды. Әгәр ҙә Аллаға яраҡлы булһа, ҡотҡарһын Уны Алла! Ул Үҙен Уның Улы тип атаны бит.


Йөҙбашы һәм уның менән бергә Ғайсаны һаҡлаусы ғәскәриҙәр, ер тетрәүҙе һәм башҡа хәлдәрҙе күреп, ҡоттары осоп: – Ул ысынлап та Алла Улы булған икән! – тиештеләр.


Шул саҡ ҡотҡосо Иблис, Уның янына килеп: – Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, бынау таштарға икмәккә әйләнергә ҡуш, – тине.


Әммә Ғайса өндәшмәне, бер ни тип тә яуап ҡайтарманы. Иң баш рухани Унан тағы: – Һин мөбәрәк Алланың Улы Мәсихме? – тип һораны.


Мин быны күрҙем һәм шаһитлыҡ ҡылам: Ул – Алла Улы.


Нафанаил Уға: – Остаз! Һин – Алла Улы! Һин – Израиль Батшаһы! – тине.


йәһүдтәр Уның тирәһенә йыйылды. – Һин түҙемлегебеҙҙе ҡасанға тиклем һынарға уйлайһың? Мәсих булһаң, беҙгә асыҡ итеп әйт, – тинеләр Уға.


«Мин – Алла Улы», тигән мәлдә нисек һеҙ Миңә «Көфөр һөйләйһең» тип әйтә алаһығыҙ? Мине Алла Үҙе изге хеҙмәткә айырып, был донъяға ебәрҙе бит.


– Тимәк, Һин Батша? Ғайса уға: – Һин үҙең Мине Батша тиһең. Мин хәҡиҡәт тураһында шаһитлыҡ ҡылыу өсөн тыуҙым, донъяға ла шуның өсөн килдем. Хәҡиҡәт яҡлы һәр кем Мине тыңлай, – тине.


Йәһүдтәр: – Беҙҙең ҡануныбыҙ бар. Был ҡанун буйынса Ул үлергә тейеш, сөнки Үҙен Алла Улы тип атаны, – тип яуап бирҙеләр.


һәм, йәнә һарайға инеп, Ғайсанан: – Һин ҡайҙан булаһың? – тип һораны. Әммә Ғайса яуап бирмәне.


Былары иһә Ғайсаның Алла Улы, Мәсих булыуына һеҙ инанһын өсөн һәм, Уға инаныу арҡаһында, Уның исеменән һеҙгә тормош булһын өсөн яҙылды.


Беҙ Һиңә ышанабыҙ, Һине Алланың Изгеһе итеп таныйбыҙ, – тип яуап бирҙе.


– Кем һуң Һин? – тип һоранылар Унан. – Быны һеҙгә күптән әйтә киләм, – тине Ғайса. –


Беҙ, йәғни мин, Силуан һәм Тимофей һеҙгә вәғәзләгән Алла Улы Ғайса Мәсихтә бер юлы «эйе һәм юҡ»ҡа урын юҡ, Унда «эйе» генә бар.


Мыҫҡыл ителгән ваҡытта Ул мыҫҡыл менән яуап ҡайтарманы, ғазап сиккәндә янаманы, ә Үҙен ғәҙел Хөкөм итеүсегә тапшырҙы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ