Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 26:55 - Инжил

55 Шунда Ғайса кешеләр төркөмөнә: – Һеҙ ни өсөн Мине тоторға ҡылыстар һәм суҡмарҙар күтәреп сыҡҡанһығыҙ? Юлбаҫармы ни Мин? Мин көн һайын Алла Йортонда ултырып өйрәттем һәм һеҙ Мине тотманығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

55 Шунда Ғайса кешеләр төркөмөнә: – Һеҙ ни өсөн Мине тоторға ҡылыс һәм суҡмарҙар күтәреп киләһегеҙ? Юлбаҫармы ни Мин? Көн һайын Алла йортонда һеҙҙе өйрәтеп ултырҙым. Һеҙ шунда Мине тотманығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 26:55
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғайса Алла Йортона инеп унда өйрәткән саҡта, янына баш руханиҙар һәм халыҡ аҡһаҡалдары килде. – Быларҙы эшләргә Һинең ни хаҡың бар? Был вәкәләтте Һиңә кем бирҙе? – тип һораны улар.


Ғайса һүҙен әйтеп тә бөтөрмәне, ун ике шәкерттең береһе – Йәһүҙә килеп сыҡты. Уның менән бергә, ҡылыстар һәм суҡмарҙар күтәреп, баш руханиҙар һәм халыҡ аҡһаҡалдары ебәргән күп һанлы кешеләр төркөмө күренде.


Ғайса, бынан китеп, Йәһүҙиәнең Иордан аръяғындағы ерҙәренә килде. Йәнә янына халыҡ йыйылды һәм Ул, ғәҙәттәгесә, уларҙы өйрәтте.


Ул, Алла Йортонда өйрәтеүен дауам итеп, былай тип һораны: – Мәсихте Дауыт Тоҡомо тип ҡанун белгестәре нисек әйтә ала?


Ғайса көн һайын Алла Йортонда өйрәткән. Баш руханиҙар, ҡанун белгестәре һәм халыҡ башлыҡтары иһә Уны үлтереү әмәлен эҙләгән,


Бер көндө, Ғайса халыҡты Алла Йортонда өйрәтеп, Һөйөнөслө Хәбәр иғлан иткәндә, Уның эргәһенә аҡһаҡалдар менән баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре килгән.


Ғайса, ҡулъяҙманы төрөп хеҙмәтсегә кире биргән дә, урынына ултырған. Ғибәҙәтханалағыларҙың һәммәһенең ҡарашы Уға төбәлгән.


Байрамдың уртаһы еткәндә Ғайса Алла Йортона инеп өйрәтә башланы.


Ғайса, Алла Йортонда өйрәтеүен дауам итеп, көслө тауыш менән: – Һеҙ Минең кем икәнлегемде лә, ҡайҙан килеүемде лә беләһегеҙ. Ләкин Мин Үҙ белдегем менән килмәнем, Мине Ебәреүсе – ысын Алла ул. Уны һеҙ белмәйһегеҙ.


Иртә менән яңынан Алла Йортона килгәс, Уның янына бик күп халыҡ йыйылды. Ул, ултырып, уларҙы өйрәтә башланы.


Ғайса был һүҙҙәрҙе Алла Йортонда саҙаҡа һандығы янында өйрәткәндә әйтте. Бер кем дә Үҙен ҡулға алып маташманы, сөнки Уның ваҡыты килеп етмәгәйне әле.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ