46 Тороғоҙ, китәйек! Ана Миңә хыянат итеүсе килә.
46 Тороғоҙ, китәйек! Ана, Миңә хыянат итеүсе килә.
Шунан, шәкерттәре янына әйләнеп килеп, уларға: – Һеҙ һаман йоҡлайһығыҙ, ял итәһегеҙме? – тине. – Әҙәм Улының гонаһлылар ҡулына тапшырылыр ваҡыты етте.
Ғайса һүҙен әйтеп тә бөтөрмәне, ун ике шәкерттең береһе – Йәһүҙә килеп сыҡты. Уның менән бергә, ҡылыстар һәм суҡмарҙар күтәреп, баш руханиҙар һәм халыҡ аҡһаҡалдары ебәргән күп һанлы кешеләр төркөмө күренде.
Тороғоҙ, китәйек! Ана, Миңә хыянат итеүсе килә, – тине.
Мин ғазап күленә сумдырылырға тейешмен. Был хәл булғанға тиклем нисек интегәм әле!
һәм уларға былай тигән: – Ғазап сиккәнгә тиклем ошо Ҡотҡарылыу байрамы табынында һеҙҙең менән бергә ашарға тигән теләгем бик ҙур ине.
Әммә Миңә хыянат итеүсенең ҡулы Минең ҡулым менән бер өҫтәлдә ята.
Был донъянан китеп, күккә алыныр ваҡыты яҡынайғас, Ғайса тәүәккәлләп Иерусалимға киткән.
әммә донъя белһен: Мин Атамды яратам һәм Уның Миңә ҡушҡан әмерҙәренең барыһын да башҡарам. Тороғоҙ, бынан китәйек!
Петр боролоп ҡараны ла арттарынан Ғайсаның яратҡан шәкерте килеүен күрҙе. Был – киске аш табынында Ғайсаның эргәһендә ултырған һәм: «Хужам! Һиңә кем хыянат итәсәк?» – тип һораған шәкерт ине.
Әммә ул: – Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? Ниңә илайһығыҙ һәм минең йөрәгемде телгеләйһегеҙ? Мин Раббы Ғайса исеме хаҡына Иерусалимда тотҡон булырға ғына түгел, үлергә лә әҙермен, – тип яуап бирҙе.