Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 26:45 - Инжил

45 Шунан, шәкерттәре янына әйләнеп килеп, уларға: – Һеҙ һаман йоҡлайһығыҙ, ял итәһегеҙме? – тине. – Әҙәм Улының гонаһлылар ҡулына тапшырылыр ваҡыты етте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

45 Шунан, шәкерттәре янына әйләнеп килеп, уларға: – Һеҙ һаман йоҡлап ятаһығыҙмы, ял итәһегеҙме? – тине. – Бына, ваҡыт килде. Әҙәм Улы гонаһлылар ҡулына тотоп биреләсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 26:45
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғайса уларға: – Ҡалала йәшәгән шул-шул кешегә барып, уға: «Остазыбыҙ: „Билдәләнгән сәғәтем етеп килә. Мин Үҙемдең шәкерттәрем менән бергә Ҡотҡарылыу байрамы ашын һиндә ашармын“, – тине», – тип әйтегеҙ.


– Ике көндән Ҡотҡарылыу байрамы булырын беләһегеҙ. Шул көндәрҙә Әҙәм Улы арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланырға тапшырылыр, – тине.


Уларҙы ҡалдырып, Ғайса йәнә ситкәрәк китте һәм өсөнсө тапҡыр шул уҡ һүҙҙәрҙе әйтеп доға ҡылды.


Тороғоҙ, китәйек! Ана Миңә хыянат итеүсе килә.


Ул ситкәрәк китте лә, ергә йөҙтүбән йығылып, был ғазаплы сәғәт, мөмкин булһа, Үҙен урап үтһен ине, тип доға ҡыла башланы:


Мин көн һайын Алла Йортонда һеҙҙең менән бергә булдым һәм һеҙ Миңә ҡул күтәрмәнегеҙ. Ә хәҙер – һеҙҙең ваҡыт, ҡараңғылыҡ хаҡимлыҡ итә.


Ғайса: – Әҙәм Улына данлы бөйөклөк бирелә торған ваҡыт етте! – тип яуапланы. –


Күңелем Минең хәҙер борсоулы. Нимә тип әйтәйем? «Атам! Мине был сәғәттән ҡотҡар!» – типме? Ләкин Мин ошо сәғәт өсөн килдем дә инде.


Ҡотҡарылыу байрамы алдынан Ғайса Үҙенең был донъянан Ата хозурына китер сәғәте еткәнлеген белде. Ул был донъялағы Үҙенекеләрҙе һәр ваҡыт яратты һәм һуңғы сиккә тиклем уларҙы яратыуын күрһәтте.


Ғайса ошо һүҙҙәрҙән һуң күккә күтәрелеп ҡараны ла: – Атам! Минең ваҡытым етте. Улың Һинең данлы бөйөклөгөңдө күрһәтһен өсөн, Улыңдың бөйөклөгөн күрһәт, – тине. –


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ