4 һәм, Ғайсаны хәйлә менән ҡулға алып, үлтерергә һүҙ беркетте.
4 Улар, Ғайсаны хәйлә менән ҡулға алып, үлтерергә һүҙ беркетте.
Ә фарисейҙар, ғибәҙәтхананан сығып киттеләр ҙә, Ғайсаны һәләк итеү тураһында кәңәш ҡорҙолар.
Һеҙ – йыландар һәм йылан тоҡомо! Йәһәннәмгә хөкөм ителеүҙән нисек ҡасырға уйлайһығыҙ?
Ике көндән һуң Ҡотҡарылыу һәм Сөсө күмәс байрамы булырға тейеш ине. Баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре Ғайсаны хәйлә менән ҡулға алып, үлтереү әмәлен эҙләне.
Ошо көндән алып улар Ғайсаны нисек үлтереү тураһында уйлай башланы.
– Һинең эсең тулы ялған һәм мәкер. Һин – Иблис улы, һәр төрлө хаҡлыҡтың дошманы! Раббының тура юлын боҙоп күрһәтергә тырышыуҙан туҡтайһыңмы, юҡмы? – тине. –
Ул батша беҙҙең нәҫелгә ҡарата мәкер тотҡан, ата-бабаларыбыҙҙы йәберләгән һәм яңы тыуған сабыйҙарын йәшәтмәҫ өсөн, ташларға мәжбүр иткән.
Әммә хәүефем бар: йылан Һауаны үҙенең хәйләһе менән алдаған кеүек, һеҙҙең уй-фекерҙәрегеҙ ҙә, Мәсихкә ҡарата ихласлыҡтан һәм сафлыҡтан нисектер тайпылып, боҙолоп ҡуймаһын ине.