33 Петр иһә ҡаршы төштө: – Бөтәһе лә Һинән ситләшһә лә, мин бер ҡасан да ситләшмәм!
33 Петрус иһә: – Бөтәһе лә Һине ташлап киткән хәлдә лә, мин бер ҡасан да ташламам! – тине.
Ләкин, үленән терелеп торғандан һуң, Мин Галилеяға һеҙҙән алда барып етермен, – тине.
Ләкин Ғайса: – Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: ошо төндә, әтәс ҡысҡырғансы, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең, – тип яуапланы.
– Бөтәһе лә Һинән ситләшһә лә, мин ситләшмәм! – тине Петр.
Петр Уға: – Хужам, мин төрмәгә лә, үлемгә лә Һинең менән бергә барырға әҙер, – тигән.
Улар ҙа ашап туйғас, Ғайса Симон Петрҙан: – Яхъя улы Симон! Һин Мине башҡа шәкерттәремә ҡарағанда нығыраҡ яратаһыңмы? – тип һораны. Петр: – Эйе, Раббым! Һин миңә ни тиклем яҡын икәнлегеңде беләһең, – тип яуапланы. Ғайса: – Минең бәрәстәремде ашатып тор, – тине
Бер-берегеҙҙе туғандарса эскерһеҙ яратығыҙ, бер-берегеҙҙе үҙегеҙгә ҡарағанда ла нығыраҡ хөрмәт итегеҙ.
Бер-берегеҙҙе уҙырға тырышып, дан артынан ҡыумағыҙ, киреһенсә, күндәм булып, башҡаларҙы өҫтөн күрегеҙ.