32 Ләкин, үленән терелеп торғандан һуң, Мин Галилеяға һеҙҙән алда барып етермен, – тине.
Шул ваҡыттан алып Ғайса шәкерттәренә Үҙенең Иерусалимға барырға, унда аҡһаҡалдар, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре тарафынан күп ғазаптарға дусар ителергә һәм үлтерелергә, әммә өсөнсө көндә терелеп торорға тейешлеге тураһында һөйләй башланы.
мыҫҡыллатыу, ҡамсылатыу һәм арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатыу өсөн, мәжүсиҙәр ҡулына тапшырасаҡ. Ләкин өсөнсө көндә Ул терелтеп торғоҙоласаҡ.
Петр иһә ҡаршы төштө: – Бөтәһе лә Һинән ситләшһә лә, мин бер ҡасан да ситләшмәм!
Шунан Ғайса уларға: – Ҡурҡмағыҙ! – тине. – Барығыҙ, туғандарыма әйтегеҙ, Галилеяға китһендәр. Улар Мине шунда күрер.
Ун бер шәкерт иһә Галилеяға, Ғайса барырға ҡушҡан тауға китте.
Әммә үленән терелеп торғандан һуң, Мин Галилеяға һеҙҙән алда барырмын, – тине Ғайса уларға.
Һеҙ барып Уның шәкерттәренә һәм Петрға: «Ул һеҙҙән алда Галилеяға бара. Үҙе әйткәнсә, Уны шунда күрерһегеҙ», – тип әйтегеҙ.
Шунан бер үк ваҡытта биш йөҙҙән ашыу имандашына (уларҙың күбеһе әле лә иҫән, ҡайһы берҙәре үлде),