Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 26:28 - Инжил

28 – Был – гонаһтарҙың кисерелеүе хаҡына күптәр өсөн түгелә торған ҡаным. Ул – Алланың кешеләр менән килешеүен раҫлаусы ҡан.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

28 – Был – гонаһтарҙың ғәфү ителеүе хаҡына күптәр өсөн түгелә торған ҡаным. Ул – Алланың кешеләр менән килешеүен раҫлаусы ҡан.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 26:28
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әҙәм Улы ла бит Үҙенә хеҙмәт иттерер өсөн килмәне. Үҙе хеҙмәт итергә һәм, күптәрҙе йолоп алыр өсөн, Үҙ ғүмерен йолом итеп бирергә тип килде, – тине.


Шунан Ул кәсә алды ла, шөкөр иткәндән һуң, уны шәкерттәренә биреп: – Бөтәгеҙ ҙә ошонан эсегеҙ, – тине.


Һеҙгә әйтәм: бөгөндән алып, Атам Батшалығында һеҙҙең менән бергә яңы шарап эсер көнөм етмәй тороп, йөҙөм шарабын эсмәйәсәкмен.


Беҙгә яҙыҡ эш ҡылғандарҙы беҙ кисергән кеүек, беҙҙең яҙыҡ эштәребеҙҙе Һин кисер.


Сүллеккә Сумдырыусы Яхъя килгәс, был һүҙҙәр бойомға ашты. Ул кешеләрҙе, гонаһтары кисерелһен өсөн, тәүбә итеп һыуға сумдырылырға өндәп йөрөгән.


– Был – Минең күптәр өсөн түгелә торған ҡаным. Ул – Алланың кешеләр менән килешеүен раҫлаусы ҡан.


Ғайса ҡулына икмәк алып шөкөр иткән дә, уны һындырып, шәкерттәренә өләшкән: – Был – Минең һеҙҙең өсөн ҡорбанға бирелә торған тәнем. Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ.


Шулай уҡ, киске аштан һуң Ғайса кәсә алған да былай тигән: – Был кәсә – Минең һеҙҙең өсөн түгелә торған ҡаным менән раҫланған яңы килешеү.


Тик Алланың мәрхәмәт бүләген гонаһ менән сағыштырып булмай. Берәүҙең гонаһы күптәрҙе үлемгә дусар итә икән, ул саҡта Алланың мәрхәмәте лә, бер Кешенең – Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте менән бирелгән бүләк күптәр өсөн бигерәк тә сағыштырғыһыҙ дәрәжәлә ҙур була.


Берәүҙең тыңлашмаусанлығы арҡаһында күптәр гонаһҡа төшкән кеүек, бер Кешенең тыңлаусанлығы арҡаһында күптәр аҡлана.


Шулай уҡ, киске аштан һуң кәсә алды ла былай тине: «Был кәсә – ҡаным менән раҫланған яңы килешеү. Уны эскән һайын Минең иҫтәлегемә эсегеҙ».


Беҙ Мәсихтә Уның ҡаны аша йолоп алынабыҙ, гонаһтарыбыҙ кисерелә. Бының менән Алла сикһеҙ мәрхәмәтен күрһәтте.


Беҙ Уның Улы аша ҡотҡарылдыҡ, гонаһтарыбыҙ кисерелде.


Уның арҡысаҡта түгелгән ҡаны аша тыныслыҡ урынлаштырып, ерҙә һәм күктә булған бөтә нәмәне Уның аша Үҙе менән татыулаштырыуҙы ҡулай күрҙе.


Ә Алла Улын аяҡ аҫтына һалып тапаған һәм ҡасандыр үҙе изгеләнгән килешеү ҡанын мыҫҡыл итеп мәрхәмәт Рухын кәмһеткән кеше, һеҙҙеңсә, ни ҡәҙәр ҡаты язаға лайыҡ?


Мәңгелек килешеүҙе раҫлаусы ҡан арҡаһында Раббыбыҙ Ғайсаны, һарыҡтарҙың бөйөк Көтөүсеһен, именлек Аллаһы үленән терелтте.


Мәсих тә, күптәрҙең гонаһтарын Үҙ өҫтөнә алыр өсөн, бер тапҡыр ҡорбан ителеп, икенсе тапҡырға кешеләрҙең гонаһтарын бөтөрөү өсөн түгел, ә Уны көткәндәрҙе ҡотҡарыу өсөн киләсәк.


Ул беҙҙең гонаһтарыбыҙҙың, беҙҙең генә түгел, бәлки бөтөн донъя гонаһтарының кисерелеүе хаҡына Үҙен ҡорбан итте.


Мин уға: – Һин беләһең, әфәндем, – тинем. Ул миңә былай тине: – Улар оло ҡайғы-хәсрәт кисереп килгәндәр. Кейемдәрен Бәрәстең ҡаны менән йыуып ағартҡандар.


Шунан һуң ҡараным да бихисап күп халыҡты күрҙем. Уларҙы һис кем һанап сыға алмаҫ ине. Һәр милләттән һәм ҡәбиләнән, һәр халыҡтан һәм телдән сыҡҡан был кешеләр аҡ кейем кейеп, ҡулдарына хөрмә ботаҡтары тотоп, тәхет һәм Бәрәс алдында баҫып торалар ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ