14 Шунан һуң ун ике шәкерттең береһе, Йәһүҙә Искариот исемлеһе, баш руханиҙар янына барып:
14 Шунан һуң ун ике шәкерттең береһе, Йәһүҙә Искариот исемлеһе, баш ҡаһиндар янына барып:
Көрәшеүсе Симон һәм Ғайсаға аҙаҡ хыянат итәсәк Йәһүҙә Искариот.
Уға хыянат итәсәк Йәһүҙә: – Остаз, мин түгелдер бит? – тип һораны. – Быны һин үҙең әйттең, – тип яуапланы Ғайса.
Ғайса һүҙен әйтеп тә бөтөрмәне, ун ике шәкерттең береһе – Йәһүҙә килеп сыҡты. Уның менән бергә, ҡылыстар һәм суҡмарҙар күтәреп, баш руханиҙар һәм халыҡ аҡһаҡалдары ебәргән күп һанлы кешеләр төркөмө күренде.
Ғайсаға хыянат иткән Йәһүҙә, Уның үлемгә хөкөм ителеүен күргәс, ҡылған ҡылығына үкенеп, баш руханиҙарға, аҡһаҡалдарға утыҙ көмөш тәңкәне ҡайтарып бирҙе лә:
Шунда Ғайсаның шәкерттәренең береһе – Уға хыянат итәсәк Йәһүҙә Искариот:
Иблис Симон Искариот улы Йәһүҙәнең күңеленә Ғайсаға хыянат итеү фекерен һалғайны инде. Киске аш ваҡытында
– Мин бер һыныҡ икмәкте кемгә манып бирәм, ул – шул, – тип яуап ҡайтарҙы Ғайса һәм, бер һыныҡ икмәкте ашына манып, Симон Искариот улы Йәһүҙәгә бирҙе.
Һыныҡты алыу менән Йәһүҙә сығып китте. Төн ине.
Ғайса шәкерттәре менән йыш ҡына шунда йыйылғанлыҡтан, был урынды хыянатсы Йәһүҙә лә белә ине.
Унда йөҙ егермегә яҡын кеше бар ине. – Имандаштар, – тип һүҙ башланы ул. – Ғайсаны ҡулға аласаҡ кешеләрҙе Уның янына алып килгән Йәһүҙә хаҡындағы һүҙҙәрҙе Изге Рух беҙгә Дауыт аша алдан әйткән. Яҙмалағы ул һүҙҙәр тормошҡа ашырға тейеш ине.
Харам аҡсаға ер һатып алды, әммә шул ерҙә йығылып, уның эсе ярылды һәм бөтә эске ағзалары тышҡа ағып сыҡты.