Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 26:13 - Инжил

13 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ошо Һөйөнөслө Хәбәр донъяның ҡайһы ғына мөйөшөндә вәғәзләнмәһен, был ҡатынды ла иҫкә алып, уның нимә эшләгәне хаҡында һөйләйәсәктәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Һөйөнөслө Хәбәр донъяның ҡайһы ғына мөйөшөндә вәғәзләнмәһен, был ҡатынды ла иҫкә алып, уның ҡылған эше хаҡында һөйләйәсәктәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 26:13
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Барса халыҡтар Алла Батшалығы хаҡындағы ошо Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетһен өсөн, ул бөтә донъяла иғлан ителер. Ана шунан һуң аҙағы килер.


Шуға күрә, барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ, уларҙы Ата, Улы һәм Изге Рух исеме менән һыуға сумдырығыҙ,


Әммә уға тиклем бөтә халыҡтарға Һөйөнөслө Хәбәр еткерелергә тейеш.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Һөйөнөслө Хәбәр донъяның ҡайһы ғына мөйөшөндә вәғәзләнмәһен, был ҡатынды ла иҫкә алып, уның нимә эшләгәне хаҡында һөйләйәсәктәр.


Ғайса уларға: – Барығыҙ, донъяның һәр тарафына юлланығыҙ, бөтә йән эйәләренә лә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләгеҙ.


һәм, гонаһтары кисерелһен өсөн, тәүбә итеү Иерусалимдан башлап Уның исеменән барса халыҡтарға вәғәзләнергә тейеш.


Корнилий ҡурҡып китте, уға күҙҙәрен төбәне: – Нимә, әфәнде? – Доғаларыңды һәм хәйерҙәреңде ҡорбанға һанап, Алла һине иҫкә алды, – тип яуап бирҙе фәрештә. –


Әммә мин, әллә Израиль халҡы был хәбәрҙе ишетмәнеме икән, тип һорайым. Әлбиттә, ишеткәндәр: «Вәғәзләүселәрҙең тауышы бөтөн донъя буйлап үтте, һәм уларҙың һүҙҙәре йыһан сиктәренә барып етте».


мөғжизәләр һәм хикмәттәр көсө ярҙамында, Алла рухының ҡөҙрәте менән башҡарҙы. Мин, Иерусалимдан алып Иллирик яҡтарына тиклем урау юлдарҙан барып, Мәсих хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе тулыһынса бәйән иттем.


Үҙ-үҙен маҡтаусы түгел, ә Раббы маҡтаған кеше генә Уның тарафынан хуплана.


Тик һеҙ, иманығыҙҙың нигеҙендә ныҡлы һәм ҡаҡшамаҫ булып, үҙегеҙ ишеткән Һөйөнөслө Хәбәр биргән өмөттән ситләшмәгеҙ. Ул донъялағы һәр йән эйәһенә вәғәзләнгән һәм мин, Павел, Уның хеҙмәтсеһе булдым.


Һеҙгә килгән Һөйөнөслө Хәбәр, Алла мәрхәмәтенең ғәмәлдә нисек булыуын ишетеп аңлаған көнөгөҙҙән башлап арағыҙҙа нисек булған булһа, бөтә донъяла ла шулай уңыш килтерә һәм тарала бара.


бөтөн кешеләрҙе ҡотҡарыр өсөн Үҙ ғүмере менән түләне. Быға Алла тарафынан билдәләнгән ваҡытта шаһитлыҡ бирелде.


Алла ғәҙелһеҙ түгел. Ул һеҙҙең хеҙмәттәрегеҙҙе лә, Уның изгеләренә ярҙам ҡылғанығыҙ һәм ярҙам ҡылыуҙы дауам итеүегеҙ аша Уның хаҡына күрһәткән мөхәббәтегеҙҙе лә онотмаясаҡ.


Унан һуң мин күк йөҙөндә осоп барған тағы бер фәрештәне күрҙем. Уның ерҙә йәшәүсе һәр милләткә һәм нәҫелгә, телгә һәм халыҡҡа еткереү өсөн мәңгелек Һөйөнөслө Хәбәре бар ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ