7 Шунда бөтә ҡыҙҙар уянып, яҡтыртҡыстарын рәтләргә тотонған.
Күктәр Батшалығы ул ваҡытта бына нимәгә оҡшаш булыр. Ун ҡыҙ, ҡулдарына яҡтыртҡыстар тотоп, кейәү ҡаршыларға сыҡҡан.
Төн уртаһында: «Кейәү килә, уны ҡаршыларға сығығыҙ!» – тип ҡысҡырған тауыш ишетелгән.
Алйоттары аҡыллы ҡыҙҙарға: «Беҙҙең яҡтыртҡыстарыбыҙ һүнә, әҙерәк май бирегеҙсе», – тип үтенгән.
Яҡтыртҡыстарығыҙҙы һүндермәйенсә, эш итергә әҙер тороғоҙ.
Шуға күрә, ҡәҙерлеләрем, бының һәммәһен дә көтөп, Алла ҡаршыһында именлектә, бер ниндәй тапһыҙ, кәмселекһеҙ йәшәй алыу өсөн, хәлегеҙҙән килгәндең барыһын да эшләгеҙ.
Уяу бул һәм үлем сигенә еткән, әммә әлегә үҙеңдә ҡалған нәмәләрҙе нығыт, сөнки Аллам алдында тамамланған эштәреңде күрмәйем.