6 Төн уртаһында: «Кейәү килә, уны ҡаршыларға сығығыҙ!» – тип ҡысҡырған тауыш ишетелгән.
Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләрен көслө борғо тауышы менән ебәрер. Улар ерҙең дүрт тарафынан һәм күктең бер сигенән алып икенсе сигенә тиклем Уның һайланғандарын йыйыр.
Шуға күрә, һеҙ ҙә әҙер булығыҙ: Әҙәм Улы һеҙ көтмәгән сәғәттә килер.
Күктәр Батшалығы ул ваҡытта бына нимәгә оҡшаш булыр. Ун ҡыҙ, ҡулдарына яҡтыртҡыстар тотоп, кейәү ҡаршыларға сыҡҡан.
Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләре менән балҡып торған шөһрәтендә килгәс, батша тәхетенә ултырасаҡ.
Кейәү тотҡарланыу арҡаһында ҡыҙҙар ойой башлаған һәм йоҡлап киткән.
Шунда бөтә ҡыҙҙар уянып, яҡтыртҡыстарын рәтләргә тотонған.
Әммә Алла уға: «Аҡылһыҙ! Ошо төндә йәнеңде кире аласаҡтар, йыйған байлығың кемгә ҡалыр һуң?» – тигән.
хужаһы ул көтмәгән көндә һәм уйламаған сәғәттә ҡайтып төшөр ҙә, уны ҡаты язаға тарттырыр, имандары юҡтар менән бер яҙмышҡа дусар итер.
Бойороҡ ишетелгәндә, баш фәрештәнең саҡырыуы һәм Алла борғоһоноң тауышы аҫтында күктән Раббы Үҙе төшәсәк һәм Мәсихкә ышаныу менән үлгәндәр беренсе булып тереләсәк.
Әммә Раббы көнө, ҡараҡ һымаҡ, көтмәгәндә килеп етер. Ул көндә күк көслө дөһөрләгән тауыш аҫтында юҡҡа сығасаҡ; күк есемдәре утта иреп тарҡаласаҡ; ер һәм ундағы бөтә эштәр фаш ителәсәк.
«Бына ҡараҡ кеүек көтмәгәндә киләм: яланғас йөрөмәҫ һәм хурлығы күренмәһен өсөн уяу торған һәм кейемдәрен тәртиптә тотҡан кеше бәхетле!»