Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 25:40 - Инжил

40 Батша уларға яуабында: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең иң түбән туғандарымдың береһенә генә лә нимә эшләгән булһағыҙ, шуны Миңә эшләгәнһегеҙ», – тиер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

40 Батша уларға яуабында: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең иң кесе туғандарымдың береһенә генә лә нимә эшләгән булһағыҙ, шуны Миңә эшләгәнһегеҙ», – тиер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 25:40
42 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һеҙҙе ҡабул иткән кеше Мине ҡабул итә. Ә Мине ҡабул иткән Мине Ебәреүсене ҡабул итә.


Кем шундай түбән заттарҙың береһенә Минең шәкертем булғаны өсөн генә бер сынаяҡ һалҡын һыу эсерә, һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ул үҙ әжеренән мәхрүм ҡалмаясаҡ.


Һаҡ булығыҙ, был түбән заттарҙың береһенә лә кәмһетеп ҡарамағыҙ. Һеҙгә әйтәм: уларҙың фәрештәләре һәр ваҡыт Күктәге Атамдың йөҙөнә ҡарай ала.


Шунда, уң яғында тороусыларға Батша: «Килегеҙ, Минең Атам тарафынан фатиха алғандар! Донъя яратылған саҡта уҡ һеҙҙең өсөн әҙерләп ҡуйылған Батшалыҡты алығыҙ.


Ҡасан беҙ, ауырығаныңды һәм төрмәлә ултырыуыңды күреп, Һинең яныңа барҙыҡ?» – тип һорарҙар.


Шул саҡта Ул: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: нимәне бынау иң түбән заттарҙың берәйһенә генә лә ҡылманығыҙ, шуны Миңә ҡарата ла эшләмәнегеҙ», – тиер.


Шунан Ғайса уларға: – Ҡурҡмағыҙ! – тине. – Барығыҙ, туғандарыма әйтегеҙ, Галилеяға китһендәр. Улар Мине шунда күрер.


Кем Мәсихтеке булыуығыҙ өсөн һеҙгә бер сынаяҡ һыу эсерә, хаҡ һүҙ әйтәм: шул үҙ әжеренән мәхрүм ҡалмаясаҡ.


– Раббы исеме менән килеүсе Батша мөбәрәк булһын! Күктә – именлек, бейек күктәрҙә – дан!


– Мине тотма! – тине Ғайса, – Мин әле Атам янына күтәрелмәнем. Шәкерттәремә ҡайтып әйт: «Мин Үҙемдең һәм һеҙҙең Атағыҙ янына, Үҙемдең һәм һеҙҙең Аллағыҙ янына күтәреләм».


Алла кемде алдан һайлап алған, шуларҙы Үҙ Улына оҡшаш булырға алдан билдәләп ҡуйған. Шулай Ғайса күп һанлы туғандары араһында тыуған Баш бала булған да инде.


Беҙ бит үҙебеҙҙе түгел, ә Ғайса Мәсихте Раббы булараҡ вәғәзләйбеҙ, үҙебеҙ иһә Мәсих хаҡына һеҙҙең хеҙмәтселәрегеҙ генә.


Имандаштар, һеҙ иреккә саҡырылдығыҙ, әммә һеҙҙең азатлығығыҙ тәндең нәфселәрен ҡәнәғәтләндереү өсөн һылтау булмаһын, бер-берегеҙгә мөхәббәт менән хеҙмәт итегеҙ.


Рухтың емештәре иһә: мөхәббәт, шатлыҡ, именлек, сабырлыҡ, итәғәтлек, изгелек, тоғролоҡ,


Ғайса Мәсихтә сөннәткә ултыртылыуҙың да, сөннәтһеҙ булыуҙың да бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ, мөхәббәт аша эш итеүсе иман ғына әһәмиәткә эйә.


Беҙ бит – Уның тәненең ағзалары.


Алла ғәҙелһеҙ түгел. Ул һеҙҙең хеҙмәттәрегеҙҙе лә, Уның изгеләренә ярҙам ҡылғанығыҙ һәм ярҙам ҡылыуҙы дауам итеүегеҙ аша Уның хаҡына күрһәткән мөхәббәтегеҙҙе лә онотмаясаҡ.


Хәҡиҡәткә итәғәт итеп, һеҙ, имандаштарығыҙҙы туғандарса эскерһеҙ яратыр өсөн, йәндәрегеҙҙе пакланығыҙ, шулай булғас, бер-берегеҙҙе ысын күңелдән яратығыҙ!


Әгәр берәү: «Мин Алланы яратам», – тиһә, ә үҙе имандашына нәфрәтләнһә, ул – ялғансы. Үҙе күргән имандашын яратмаған кеше күрмәгән Алланы ярата алмай.


Улар Бәрәс менән һуғышасаҡ, һәм Бәрәс уларҙы еңәсәк, сөнки Ул – хакимдарҙың Хакимы һәм батшаларҙың Батшаһы. Уның менән бергә булғандар иһә саҡырылғандар, һайланып алынғандар һәм тоғролар.


Уның кейемендә һәм янбашында: «Батшаларҙың батшаһы һәм Хакимдарҙың Хакимы» тигән исем яҙылған.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ