4 Аҡыллылары иһә яҡтыртҡыстар менән бергә һауыттарҙа май ҙа алған.
Бына Мин һеҙҙе һарыҡтарҙы бүреләр араһына ебәргән кеүек ебәрәм. Шуға күрә, йылан һымаҡ аҡыллы һәм күгәрсендәй эскерһеҙ булығыҙ.
Уларҙың бишеһе – алйот, бишеһе иһә аҡыллы булған.
Алйоттары яҡтыртҡыстарын алған, ә үҙҙәре менән май алмаған.
Кейәү тотҡарланыу арҡаһында ҡыҙҙар ойой башлаған һәм йоҡлап киткән.
Шуға күрә был һүҙҙәремде ишетеп, уларҙы үтәгән һәр кем үҙенең йортон таш өҫтөндә төҙөгән аҡыллы кешегә оҡшар.
Алла ебәргән Зат Алланың һүҙҙәрен һөйләй, сөнки Ул Рухты самаһыҙ бирә.
Әммә һеҙҙә Алла Рухы йәшәй икән, тимәк, һеҙ гонаһлы тәбиғәтегеҙ буйынса түгел, ә Рух буйынса йәшәйһегеҙ. Әгәр берәйһендә Мәсих Рухы юҡ икән, тимәк, ул кеше Мәсихтеке түгел.
Үҙ мисәте менән тамғаланы, беҙгә биреләсәк нәмәләр өсөн йөрәктәребеҙгә ышаныслы билдә булараҡ Рух бирҙе.
Һеҙгә иһә изге булған Мәсих май һөрткән, һәм һеҙ бөтәгеҙ ҙә хәҡиҡәтте беләһегеҙ.
Ә һеҙҙең үҙегеҙҙә Мәсихтән бирелгән Изге Рух тора, һәм һеҙ һис кемдең өйрәтеүенә мохтаж түгелһегеҙ. Мәсих Рухы һеҙгә бөтөнөһөн дә өйрәтә, һәм Уның өйрәткәндәре хәҡиҡи, ялған түгел. Рух һеҙгә өйрәткәнсә Мәсихтә йәшәгеҙ.
Был кешеләр бүленеүҙәрҙең сәбәбе булып тора һәм тәбиғи нәфселәренә буйһона. Уларҙа Изге Рух юҡ.