Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 25:36 - Инжил

36 яланғас инем, Мине кейендерҙегеҙ; ауырыған инем, Мине ҡайғырттығыҙ; төрмәлә инем, Минең яныма килдегеҙ», – тип әйтер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

36 яланғас инем, кейендерҙегеҙ; ауырыу инем, хәстәрләнегеҙ; төрмәлә инем, хәлемде белергә килдегеҙ», – тип әйтер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 25:36
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунда тәҡүә кешеләр: «Хужабыҙ! Ҡасан беҙ, ас булыуыңды күреп, Һине ашаттыҡ; һыуһағаныңды күреп, эсерҙек?


мосафир инем, һеҙ Мине өйөгөҙҙә ҡабул итмәнегеҙ; яланғас инем, һеҙ Мине кейендермәнегеҙ; ауырыу сағымда һәм төрмәлә ултырғанда һеҙ Минең яныма килмәнегеҙ».


Яхъя: – Ике күлдәге булған кеше береһен күлдәге бөтөнләй булмағанына бирһен. Ризығы булғаны ашарына булмаған кеше менән ризығын уртаҡлашһын, – тип яуаплаған.


Раббы Ғайсаның: «Алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк», – тигән һүҙҙәрен иҫтә тотоп, тырышлыҡ һалып хәлһеҙҙәргә ярҙам итеү фарыз. Шулай эшләргә кәрәклекте мин һәр эштә күрһәттем, – тине Павел.


Һеҙ тотҡонлоҡтағыларға шәфҡәт күрһәттегеҙ, милкегеҙҙән мәхрүм итеүҙе ҡыуаныс менән ҡабул иттегеҙ, сөнки күктә һәйбәтерәк, мәңгелек байлығығыҙ барлығын белә инегеҙ.


Төрмәлә ултырған кешеләрҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ, үҙегеҙҙе лә улар менән бергә тотҡонлоҡта кеүек тойоғоҙ. Аяуһыҙ мөғәмәләгә түҙгән кешеләрҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ, сөнки һеҙҙең тәнегеҙ ҙә ауыртыуҙы тоя.


Алла Ата ҡаршыһында саф, тапланмаған табыныу – бәләгә ҡалған етемдәр менән тол ҡатындар хаҡында хәстәрләү һәм үҙеңде был донъяның боҙоҡлоғонан һаҡлау ул.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ