Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 25:10 - Инжил

10 Әммә тегеләр май артынан барып йөрөгәндә, кейәү килеп еткән. Уны ҡаршыларға әҙер торған ҡыҙҙар иһә кейәү менән бергә туй мәжлесенә ингән һәм улар артынан ишек бикләнгән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Тегеләр май һатып алып йөрөгән арала, кейәү килеп еткән. Уны ҡаршыларға әҙер торған ҡыҙҙар иһә кейәү менән бергә туй мәжлесенә инеп киткән һәм артынан ишек ябылған.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 25:10
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шуға күрә, уяу булығыҙ! Хужағыҙҙың ҡайһы көндә ҡайтыры һеҙгә билдәһеҙ бит.


Белегеҙ: әгәр ҙә өй хужаһына ҡараҡтың ҡайһы ваҡытта килере мәғлүм булһа, ул йоҡламаҫ һәм уға үҙ өйөнә инергә юл ҡуймаҫ ине.


Шуға күрә, һеҙ ҙә әҙер булығыҙ: Әҙәм Улы һеҙ көтмәгән сәғәттә килер.


Төн уртаһында: «Кейәү килә, уны ҡаршыларға сығығыҙ!» – тип ҡысҡырған тауыш ишетелгән.


Күктәр Батшалығына: «Хужам! Хужам!» – тип Миңә әйткән һәр кем түгел, ә Күктәге Атамдың ихтыярын үтәгән кеше генә инәсәк.


Яҡтыртҡыстарығыҙҙы һүндермәйенсә, эш итергә әҙер тороғоҙ.


Өй хужаһы урынынан тороп ишекте бикләгәндән һуң, һеҙ тышҡы яҡта ҡалып ишек ҡаға башларһығыҙ һәм: «Әфәндем, беҙгә ишек ас әле!» – тип үтенерһегеҙ. Ә Ул һеҙгә: «Мин һеҙҙең кем икәнлегегеҙҙе лә, ҡайҙан икәнлегегеҙҙе лә белмәйем», – тип яуаплар.


Беҙҙе яҡтылыҡ батшалығында Алланың изге халҡының мираҫынан өлөш алыуға хаҡлы иткәнгә, Атабыҙға ҡыуанып рәхмәт әйтегеҙ.


ә хәҙер хаҡлыҡтың еңеү тажы көтә. Уны, көнө еткәс, ғәҙел Хөкөмдар Раббы тапшырасаҡ, миңә генә түгел, Уның килеүен һағынып көткәндәрҙең бөтөнөһөнә лә бирер.


Шуға күрә аҡылығыҙ айыҡ булһын һәм эшкә әҙер тороғоҙ. Ғайса Мәсих килгәндә һеҙгә биреләсәк Алла мәрхәмәтенә тулыһынса өмөт бағлағыҙ.


Бына Ул болоттарҙа килә, һәм Уны һәр кем, хатта Үҙен сәнскән кешеләр ҙә күрер. Ерҙәге бар халыҡтар уның алдында үкһеп илар. Шулай булыр. Амин.


Ҡыуанайыҡ һәм шатланайыҡ, Уға дан йырлайык. Бәрәстең туйы килде, Уның кәләше әҙерләнеп бөттө.


Быларҙың барыһы тураһында шаһитлыҡ биреүсе былай ти: – Эйе, тиҙҙән киләм. Амин. Эйе, Раббы Ғайса, кил!


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ