Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 24:5 - Инжил

5 Күптәр Мин булып килеп: «Мин – Мәсих», – тип әйтер һәм байтаҡ кешеләрҙе юлдан яҙҙырыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Күптәр: «Мин – Мәсих», – тип Минең исемем менән килеп, бик күптәрҙе юлдан яҙҙырыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 24:5
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Күп ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытып, күптәрҙе юлдан яҙҙырыр.


Сөнки ялған мәсихтәр һәм ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытыр. Улар, әгәр булдыра алһалар, хатта һайлап алынғандарҙы юлдан яҙҙырыу өсөн, иҫ киткес хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәтер.


Мин Атам исеменән килдем – һеҙ Мине ҡабул итмәйһегеҙ, әммә үҙ исеменән килгән башҡа берәүҙе ҡабул итерһегеҙ.


– Мин һеҙгә: «Үҙ гонаһтарығыҙ менән үлерһегеҙ», – тинем. Быны әйттем, сөнки, әгәр ҙә һеҙ Минең – Шул булыуыма ышанмаһағыҙ, гонаһлы булып үлерһегеҙ.


Ә Ғайса һүҙен дауам итте: – Һеҙ, Әҙәм Улын юғары күтәргәнегеҙҙән һуң, Минең Шул булыуымды аңларһығыҙ. Ул ваҡытта Үҙ белдегем менән бер ни ҙә ҡылмауымды һәм, Атам нисек өйрәткән булһа, шулай ғына һөйләүемде лә белерһегеҙ.


Балаларым! Һуңғы мәл етте. Донъя ахырынаса Мәсих дошманының килере хаҡында һеҙ ишеттегеҙ. Хәҙер Мәсихтең күп дошмандары пәйҙә булды. Һуңғы мәл еткәнен шунан беләбеҙ ҙә инде.


Кем ялғансы? Ул – Ғайсаның Мәсих икәнен инҡар итеүсе. Мәсихтең дошманы шундай. Ул Атаны ла, Улы Ғайсаны ла инҡар итә.


Ғайсаны танып белмәгән бер рух та Алланан түгел, ул – һеҙ уның килере тураһында ишеткән һәм хәҙер инде донъяла булған Мәсих дошманының рухы.


Салынған Бәрәстең Тормош китабына донъя яратылғанға тиклем исемдәре яҙылған ерҙә йәшәгәндәрҙең һәммәһе лә ошо януарға баш эйәсәк.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ