42 Шуға күрә, уяу булығыҙ! Хужағыҙҙың ҡайһы көндә ҡайтыры һеҙгә билдәһеҙ бит.
42 Шуға күрә уяу булығыҙ! Хакимығыҙҙың ҡайһы көндә ҡайтыры һеҙгә билдәһеҙ бит.
Ул көндөң һәм ул сәғәттең ҡасан килерен һис кем белмәй: күктәге фәрештәләр ҙә, Атаның Улы ла. Был хаҡта бары тик Ата ғына белә.
Белегеҙ: әгәр ҙә өй хужаһына ҡараҡтың ҡайһы ваҡытта килере мәғлүм булһа, ул йоҡламаҫ һәм уға үҙ өйөнә инергә юл ҡуймаҫ ине.
Шуға күрә, һеҙ ҙә әҙер булығыҙ: Әҙәм Улы һеҙ көтмәгән сәғәттә килер.
Әммә тегеләр май артынан барып йөрөгәндә, кейәү килеп еткән. Уны ҡаршыларға әҙер торған ҡыҙҙар иһә кейәү менән бергә туй мәжлесенә ингән һәм улар артынан ишек бикләнгән.
Шуға күрә уяу булығыҙ: һеҙ бит көнөн дә, сәғәтен дә белмәйһегеҙ.
Һаҡ булығыҙ! Саманан тыш ашамағыҙ, эсеп иҫермәгеҙ һәм көнкүреш мәшәҡәттәренә күмелмәгеҙ. Юғиһә, башығыҙ томаланыр һәм ул көн һеҙгә аңғармаҫтан килер, үҙегеҙҙе тоҙаҡҡа аулаған кеүек эләктерер. Ул көн ер йөҙөндә йәшәгән кешеләрҙең бөтәһенә лә килер.
Шулай булғас, һәр ваҡыт уяу булығыҙ һәм, буласаҡ бәлә-ҡазаларға түҙерлек һәм Әҙәм Улы ҡаршыһында торорлоҡ көсөгөҙ булһын өсөн, доға ҡылығыҙ.
Ошоларҙы үтәгеҙ, сөнки ниндәй заманда йәшәүегеҙҙе беләһегеҙ, беҙгә йоҡонан уяныу сәғәте килеп тә етте. Беҙ иманға килгән ваҡытҡа ҡарағанда, ҡотолоу мәле хәҙер яҡыныраҡ.
Уяу булығыҙ, иманда ныҡ тороғоҙ, ҡыйыу һәм ныҡ булығыҙ.
Шуға күрә башҡалар кеүек йоҡлап ятмайыҡ, уяу һәм айыҡ булайыҡ.
Донъяның ахыры яҡын. Шуға күрә доға ҡыла алыу өсөн тотанаҡлы һәм айыҡ аҡыллы булығыҙ.
Айыҡ аҡыллы һәм уяу булығыҙ, һеҙҙең дошманығыҙ Иблис, үкереүсе арыҫлан һымаҡ, кемде йоторға тип эҙләнеп йөрөй.
«Бына ҡараҡ кеүек көтмәгәндә киләм: яланғас йөрөмәҫ һәм хурлығы күренмәһен өсөн уяу торған һәм кейемдәрен тәртиптә тотҡан кеше бәхетле!»