4 Ғайса былай тип яуап бирҙе: – Һаҡ булығыҙ, берәйһе һеҙҙе алдап ҡуймаһын!
Сөнки ялған мәсихтәр һәм ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытыр. Улар, әгәр булдыра алһалар, һайлап алынғандарҙы юлдан яҙҙырыу өсөн төрлө хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәтер.
Ғайса былай тигән: – Һаҡ булығыҙ, һеҙҙе алдап ҡуймаһындар! Күптәр Мин булып килеп: «Мин – Ул», «Ул ваҡыт яҡын инде», – тип әйтер. Ундайҙарға эйәрмәгеҙ.
Әгәр ҙә кемдер үҙе тураһында ысынына ҡарағанда һәйбәтерәк фекерҙә булып, үҙен башҡаларҙан өҫтөн ҡуя икән, ул фәҡәт үҙ-үҙен алдай.
Мәкерле кешеләрҙең хәйләләренә, тәғлимәттәренә ышанып, төрлө яҡҡа борғолаған елдәр һәм тулҡындар ыңғайына һуғылып, алданып йөрөүсе сабый булыуҙан туҡтайыҡ.
Бер кем дә буш һүҙҙәр менән башығыҙҙы бутамаһын, сөнки улар өсөн тыңлауһыҙ кешеләргә Алланың асыуы төшә лә инде.
Яһалма тыйнаҡлыҡтан һәм фәрештәләргә табыныуҙан ләззәт табыусы кешеләрҙең береһе лә һеҙҙе хөкөм итмәһен. Ундай кеше үҙе күргәндәр менән ғорурлана, кешелек аҡылының буш уйҙары уны маһайыусан итә.
Һаҡ булығыҙ: һеҙҙе берәйһе Мәсих менән түгел, ә кешеләрҙең риүәйәттәренә һәм донъяның идара итеүсе көстәренә таянып тыуған буш һәм ялған фәлсәфә ярҙамында ҡол итмәһен.
Бер кемгә лә бер нисек тә башығыҙҙы бутарға юл ҡуймағыҙ: сөнки тәүҙә кешеләр Алланан баш тартып, шунан Аллаға ҙур ҡаршылыҡ булмайынса һәм һәләкәткә дусар ителгән ҡанунһыҙлыҡ кешеһе килмәйенсә, Раббы көнө етмәйәсәк.
Ҡәҙерлеләрем! Һәр бер рухҡа ышанмағыҙ, әммә рухтың ысынлап та Аллананмы икәнлеген һынап ҡарағыҙ, сөнки донъяла ялған пәйғәмбәрҙәр бик күп.