Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 24:30 - Инжил

30 Шул мәлдә күктә Әҙәм Улының билдәһе күренер һәм, Уның болоттар өҫтөндә ҡөҙрәт һәм бөйөк балҡыш менән килгәнен күреп, ерҙең бөтә халыҡтары ҡайғырып илашыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

30 Шул мәлдә күктә Әҙәм Улының билдәһе күренер һәм, Уның күктәге болоттар өҫтөндә ҡөҙрәт һәм бөйөк балҡыш менән килгәнен күреп, ерҙәге бөтә халыҡтар ҡайғырып илашыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 24:30
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул Зәйтүн тауында ултырған саҡта, эргәһенә шәкерттәре үҙҙәре генә килеп: – Һөйлә әле беҙгә, әйткәндәрең ҡасан булыр? Һинең килеүеңде һәм был донъяның бөтәсәген ниндәй билдәләр күрһәтер? – тип һоранылар.


Нух көндәрендә нисек булһа, Әҙәм Улы килгән мәлдә лә шулай буласаҡ.


Туфан күтәрелеп, бөтөнөһөн ағыҙып алып киткәнсе, улар бер ни ҙә аңламаған. Әҙәм Улы килгән мәлдә лә шулай буласаҡ.


Ғайса уға: – Быны һин үҙең әйттең, – тип яуап бирҙе. – Ә Мин һеҙгә шуны әйтәм: ошо мәлдән башлап Әҙәм Улының Ҡөҙрәт Эйәһенең уң яғында ултырғанын һәм болоттар өҫтөндә килгәнен күрерһегеҙ!


Шул мәлдә Әҙәм Улының болоттарҙа бөйөк ҡөҙрәт һәм балҡыш менән килгәнен күрерҙәр.


– Һөйлә әле беҙгә, әйткәндәрең ҡасан булыр? Уларҙың тиҙҙән ғәмәлгә ашасағын ниндәй билдәләр күрһәтер? – тип һоранылар.


Шул мәлдә ҡөҙрәт һәм бөйөк балҡыш менән болотта килеүсе Әҙәм Улын күрерҙәр.


Ошо мәлдән башлап Әҙәм Улы Ҡөҙрәтле Алланың уң яғында ултырыр, – тигән.


Улар: – Галилея ир-уҙамандары! Ниңә һеҙ күккә текәлеп тораһығыҙ? Ғайса, үҙегеҙ күргәнсә, һеҙҙең янығыҙҙан нисек күтәрелгән булһа, шул рәүештә үк яңынан киләсәк, – тине.


ә һеҙгә, яфа сигеүселәргә, беҙҙең менән бергә шатлыҡ бүләк итер. Был Раббы Ғайса күктән Үҙенең ҡеүәтле фәрештәләре менән ут ялҡынында килгәнендә һәм Алланы һанға һуҡмаған, Раббы Ғайса тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәргә ҡолаҡ һалмаған кешеләрҙе язаға тарттырғанында булыр.


Бына Ул болоттарҙа килә, һәм Уны һәр кем, хатта Үҙен сәнскән кешеләр ҙә күрер. Ерҙәге бар халыҡтар уның алдында үкһеп илар. Шулай булыр. Амин.


Күктә бөйөк илаһи билдә күренде: был – ҡояшҡа төрөнгән ҡатын ине. Уның аяҡтары аҫтында – ай, башында – ун ике йондоҙҙан үрелгән таж.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ