11 Күп ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытып, күптәрҙе юлдан яҙҙырыр.
Яуызлыҡ артыу арҡаһында, байтаҡтарҙың мөхәббәте һыуыныр.
Сөнки ялған мәсихтәр һәм ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытыр. Улар, әгәр булдыра алһалар, хатта һайлап алынғандарҙы юлдан яҙҙырыу өсөн, иҫ киткес хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәтер.
Күптәр Мин булып килеп: «Мин – Мәсих», – тип әйтер һәм байтаҡ кешеләрҙе юлдан яҙҙырыр.
Ялған пәйғәмбәрҙәрҙән һаҡланығыҙ: янығыҙға улар һарыҡ тиреһе ябынып килә, ә асылда йыртҡыс бүреләр улар.
Сөнки ялған мәсихтәр һәм ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытыр. Улар, әгәр булдыра алһалар, һайлап алынғандарҙы юлдан яҙҙырыу өсөн төрлө хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәтер.
Иман тотоусыларҙы үҙҙәренә эйәртеү өсөн һеҙҙең арағыҙҙан да ялған һөйләүселәр сығасаҡ.
Ахыры заманда ҡайһы берәүҙәр, алдаҡсы рухтарға һәм ен өйрәтеүҙәренә ҡолаҡ һалып, имандан кире сигенәсәктәр, Изге Рух быны асыҡ әйтә.
Израиль халҡы араһында ялған пәйғәмбәрҙәр ҙә булған һымаҡ, һеҙҙең арағыҙҙа ла ялған өйрәтеүселәр булыр. Улар зарарлы тәғлимәттәрҙе таратыр, хатта үҙҙәрен иреккә йолоп алған Хакимды инҡар итеп, үҙ баштарына тиҙ үк һәләкәт килтерер.
Балаларым! Һуңғы мәл етте. Донъя ахырынаса Мәсих дошманының килере хаҡында һеҙ ишеттегеҙ. Хәҙер Мәсихтең күп дошмандары пәйҙә булды. Һуңғы мәл еткәнен шунан беләбеҙ ҙә инде.
Мин быларҙы һеҙҙе тура юлдан яҙҙырырға тырышыусылар хаҡында яҙам.
Ҡәҙерлеләрем! Һәр бер рухҡа ышанмағыҙ, әммә рухтың ысынлап та Аллананмы икәнлеген һынап ҡарағыҙ, сөнки донъяла ялған пәйғәмбәрҙәр бик күп.
Арағыҙға һиҙҙермәй генә ҡайһы бер аллаһыҙ кешеләр килеп инде. Улар, үҙҙәренең аҙғынлыҡтарын аҡлау өсөн, Аллабыҙҙың мәрхәмәтен боҙоп күрһәтә һәм шуның менән берҙән-бер Хакимыбыҙ һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте инҡар итә. Уларҙың хөкөм ителәсәге Изге Яҙмала күптән инде әйтелгән.
Ә януар һәм уның исеменән мөғжизәләр күрһәткән ялған пәйғәмбәр ҡулға алынды. Был ялған пәйғәмбәр януар тамғаһын ҡабул иткәндәрҙе, уның һынына табыныусыларҙы мөғжизәләр ярҙамында алдағайны. Улар икеһе лә янып торған көкөртлө күлгә тере көйө ырғытылды.