Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 23:8 - Инжил

8 Ә һеҙҙе «остаз» тип атамаһындар, сөнки һеҙҙең бер генә Остазығыҙ бар, һәм һеҙ бер-берегеҙгә туған.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Ә һеҙ үҙегеҙҙе «остаз» тип атарға рөхсәт итмәгеҙ, сөнки һеҙҙең бер генә Остазығыҙ бар, ә һеҙ – бер-берегеҙгә туған.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 23:8
34 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шәкерт остазы кеүек, ә хеҙмәтсе хужаһы кеүек булһа, шул етә. Йорт хужаһын Веельзевул тип атағандар икән, өйҙәгеләрҙе инде бигерәк тә шулай тип атарҙар.


Петр был һүҙҙәрҙе әйткән саҡта, балҡып торған болот килеп сығып, уларҙы күләгәһе менән ҡаплап алды. Болот эсенән: «Был – Минең ҡәҙерле Улым, Ул Минең ҡыуанысым. Уны тыңлағыҙ!» – тигән тауыш ишетелде.


Һеҙҙе «уҡытыусы» тип тә атамаһындар, сөнки Уҡытыусығыҙ бер – Мәсих.


баҙар майҙандарында үҙҙәрен ололап сәләмләгәндәрен һәм кешеләрҙең уларҙы «остаз» тип атағандарын ярата.


Уға хыянат итәсәк Йәһүҙә: – Остаз, мин түгелдер бит? – тип һораны. – Быны һин үҙең әйттең, – тип яуапланы Ғайса.


Йәһүҙә йәһәт кенә Ғайса янына килеп: – Һаумы, Остаз! – тип Уны үбеп алды.


– Һинең өсөн нимә эшләүемде теләйһең? – тип һораны Ғайса унан. – Остаз, күҙҙәрем күрһен ине! – тине һуҡыр.


Петр иһә, кисә нимә булғанын хәтерләп, Ғайсаға: – Остаз! Ҡара әле, Һин ҡарғаған инжир ағасы ҡороған, – тине.


Йәһүҙә йәһәт кенә Ғайса янына килде лә: – Остаз! – тип Уны үбеп алды.


Петр Ғайсаға: – Остаз, беҙҙең бында булыуыбыҙ ҡайһылай яҡшы! Өс сатыр ҡорайыҡ: береһен Һиңә, береһен Мусаға, береһен Ильясҡа, – тине.


Әммә Мин, һин иманыңды юғалтмаһын тип доға ҡылдым, һәм һин, Миңә кире ҡайтҡас, имандаштарыңды ла нығыт, – тигән Раббы Ғайса Петрға.


Ғайса боролоп ҡарағас, уларҙың эйәреп килеүен күрҙе. – Һеҙгә нимә кәрәк? – тип һораны уларҙан. – Рабби (Рабби – «Остаз» тигән мәғәнәлә), һин ҡайҙа йәшәйһең? – тип һораны тегеләр.


Нафанаил Уға: – Остаз! Һин – Алла Улы! Һин – Израиль Батшаһы! – тине.


Шәкерттәре Уға: – Остаз, әле күптән түгел генә йәһүдтәр Һине таш бәреп үлтерергә йөрөгәйне, тағы шунда бараһыңмы ни? – тинеләр.


Ғайса уға: – Мәрйәм! – тип өндәште. Мәрйәм, әйләнеп ҡарап, йәһүдсә: – Раббуни (йәғни Остаз)! – тип ҡысҡырып ебәрҙе.


Бер ваҡыт ул төндә Ғайса янына килеп: – Остаз! Беҙ һинең Алла тарафынан ебәрелгән Остаз икәнлегеңде беләбеҙ. Һин ҡылған мөғжизәләрҙе, Алланың ярҙамы булмаһа, бер кем дә эшләй алмаҫ ине, – тине.


Улар Яхъяға килде: – Остаз, Иордан аръяғында һинең менән булған һәм һин Уның тураһында шаһитлыҡ ҡылған Кеше – Ул да халыҡты һыуға сумдыра, һәм бөтәһе лә Уның янына бара.


Ул арала шәкерттәре Ғайсаны: – Остаз, ашап ал инде, – тип ҡыҫтаны.


Уны күлдең аръяҡ ярында эҙләп тапҡас: – Остаз! Һин бында ҡасан килдең? – тип һоранылар.


Шәкерттәре Унан: – Остаз! Ниңә был кеше һуҡыр булып тыуған икән? Ул үҙе гонаһ ҡылғанмы, әллә ата-әсәһеме? – тип һораны.


Был иһә иманығыҙ өҫтөнән хакимлыҡ итәбеҙ тигән һүҙ түгел, киреһенсә, беҙ шатланыуығыҙҙы теләп һеҙҙең менән бергә хеҙмәт итәбеҙ: сөнки һеҙ иманығыҙҙа ныҡ тораһығыҙ.


Беҙ бит үҙебеҙҙе түгел, ә Ғайса Мәсихте Раббы булараҡ вәғәзләйбеҙ, үҙебеҙ иһә Мәсих хаҡына һеҙҙең хеҙмәтселәрегеҙ генә.


Күктә һәм ерҙә булған һәр ғаилә үҙенә йәшәйеште лә, исемде лә Унан ала.


һәм ҡол сифатында түгел, ҡолға ҡарағанда өҫтөнөрәк, ҡәҙерле имандашың кеүек ҡалдырыу өсөн. Мин уны бик яратам, ләкин ул һиңә кеше булараҡ та, Раббыныҡы булараҡ та тағы ла ҡәҙерлерәк.


Имандаштарым, бөтәгеҙ ҙә остаз булырға ынтылмағыҙ. Үҙегеҙ беләһегеҙ бит: өйрәтеүсе булараҡ, беҙ башҡаларға ҡарағанда ҡатыраҡ хөкөм ителәсәкбеҙ.


Һеҙгә ышанып тапшырылғандар өҫтөнән хакимлыҡ итмәгеҙ, ә көтөүегеҙгә өлгө булығыҙ.


Мин, Яхъя, Ғайсаныҡы булып һеҙҙең менән бергә ғазап сигеүҙәрҙе, Батшалыҡты һәм сыҙамлыҡты уртаҡлашыусы имандашығыҙ, Алла һүҙе һәм Ғайса хаҡында шаһитлыҡ иткәнем өсөн Патмос тип аталған утрауҙа булдым.


Шунан һуң мин, баш эйер өсөн, уның аяҡтарына йығылдым, әммә ул миңә былай тине: – Ҡара уны, улай эшләмә! Мин һинең һәм Ғайса тураһында шаһитлыҡ ҡылған имандаштарыңдың хеҙмәттәше. Аллаға баш эй! Ғайса хаҡындағы шаһитлыҡ Алла хәбәрен иғлан итеүселәрҙе рухландыра бит.


Әммә ул миңә былай тине: – Ҡара уны, былай эшләмә. Мин һинең, пәйғәмбәр имандаштарыңдың һәм был китап һүҙҙәрен тотоусыларҙың хеҙмәттәшемен. Һин Аллаға баш эйергә тейешһең.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ