Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 23:34 - Инжил

34 Шуға күрә, Мин һеҙгә пәйғәмбәрҙәрҙе, аҡыл эйәләрен һәм ысын ҡанун белгестәрен ебәрәм. Һеҙ уларҙың берәүҙәрен үлтерерһегеҙ, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡларһығыҙ, бүтәндәрен ғибәҙәтханаларҙа ҡамсылатып, ҡаланан ҡалаға ҡыуып йөрөтөрһөгөҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

34 Шуға күрә Мин һеҙгә пәйғәмбәрҙәрҙе, аҡыл эйәләрен һәм ысын ҡанун белгестәрен ебәрәм. Һеҙ уларҙың берәүҙәрен үлтерерһегеҙ, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡларһығыҙ, бүтәндәрен ғибәҙәтханаларҙа ҡамсылатып, ҡаланан ҡалаға ҡыуып йөрөтөрһөгөҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 23:34
36 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бер ҡалала эҙәрлекләһәләр, башҡаһына ҡасығыҙ. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ Израилдең бөтә ҡалаларын әйләнеп сығып та өлгөрмәҫһегеҙ, Әҙәм Улы килер.


– Бына шуға күрә, – тине уларға Ғайса, – Күктәр Батшалығын өйрәнгән һәр ҡанун белгесе үҙ мөлкәтенең яңыһын да, иҫкеһен дә сығарып ташлаусы йорт хужаһына оҡшаш.


Бының менән һеҙ үҙегеҙҙе пәйғәмбәрҙәрҙе үлтереүсе ата-бабаларығыҙҙың улдары икәнлегегеҙҙе күрһәтәһегеҙ.


һәм, гонаһтары кисерелһен өсөн, тәүбә итеү Иерусалимдан башлап Уның исеменән барса халыҡтарға вәғәзләнергә тейеш.


Һеҙҙе ғибәҙәтханаларҙан айырырҙар. Хатта шундай ваҡыт килер: һеҙҙе үлтергән һәр кем, Аллаға шуның менән хеҙмәт итәм, тип уйлар.


Ғайса тағы: – Именлек һеҙгә! – тип ҡабатланы. – Атам Мине ебәргән кеүек, Мин дә һеҙҙе ебәрәм.


Әммә һеҙ үҙегеҙгә Изге Рух ингәндән һуң ҡөҙрәт аласаҡһығыҙ һәм Иерусалимда, бөтә Йәһүҙиәлә, Самарияла һәм, хатта донъяның сигенә үк барып етеп, һәр ерҙә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырһығыҙ.


Шул көндәрҙә Антиохияға Иерусалимдан пәйғәмбәрҙәр килде.


Яхъяның ағаһы Яҡубты ҡылыс менән сабып үлтертте.


Антиохиялағы имандаштар берҙәмлегендә Варнава, Симон (уны тағы Нигер тип тә атайҙар), Киринеянан Луций, өлкә идарасыһы Ирод менән бергә тәрбиәләнгән Манаил һәм Савл исемле пәйғәмбәрҙәр, остаздар бар ине.


Антиохиянан һәм Икониянан килгән ҡайһы бер йәһүдтәр, халыҡты илселәргә ҡаршы ҡотортоп, Павелға таш бәрә башланы һәм, үлде тип уйлап, уны ҡала ситенә сығарып ташланы.


Йәһүҙә менән Сила, үҙҙәре лә пәйғәмбәр булараҡ, бик күп һүҙҙәр менән өгөтләп, имандаштарҙың рухын нығытты.


Илселәрҙе саҡырып индерҙеләр ҙә, уларҙы туҡмап, Ғайса исеменән өйрәтмәҫкә бойороп, иреккә сығарҙылар.


Беҙ иһә зирәклекте рухи яҡтан өлгөрөп еткән иман тотоусылар араһында вәғәзләйбеҙ. Әммә ул был донъя аҡылы ла, был донъя хакимдарының аҡылы ла түгел – улар бөтөүгә табан бара.


Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт буйынса, мин зирәк төҙөүсе кеүек нигеҙ һалдым, ә икенсе берәү шул нигеҙҙең өҫтөнә төҙөй. Һәр кем үҙенең нисек төҙөүенә иғтибар итһен.


Беҙ тик Мәсих тураһында ғына вәғәзләйбеҙ. Һәр кемде Мәсихтә рухи яҡтан үҫтереп, Алла алдына ҡуйыу өсөн, һәр береһенә бар зирәклегебеҙ менән нәсихәт бирәбеҙ һәм өйрәтәбеҙ.


Беҙ, ҡотола алһындар өсөн, мәжүсиҙәргә аңлатырға тырышабыҙ, ә йәһүдтәр беҙгә ҡамасаулай, шуның өсөн дә улар үҙ гонаһтарының үлсәмен һәр ваҡыт ишәйтә бара һәм Алла нәфрәте улар өҫтөндә ята.


Уларҙы таш менән бәреп үлтерәләр, кәүҙәләрен урталай бысалар, ҡылыстан үткәрәләр. Улар һарыҡ йә кәзә тиреләре ябынып йөрөй, баштары мохтажлыҡтан сыҡмай, уларҙы эҙәрлекләйҙәр, туҡмайҙар.


Был ике пәйғәмбәр ерҙә йәшәүселәрҙе ыҙалатҡанлыҡтан, ерҙә йәшәүселәр уларҙың һәләкәтенә шатланасаҡ, күңел асасаҡтар һәм бер-береһенә бүләктәр ебәрәсәк.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ