26 Һуҡыр фарисей, тәүҙә кәсәнең эсен таҙарт, шунда уның тышы ла таҙа булыр!
26 Һуҡыр фарисей, һин тәүҙә һауыттың эсен таҙарт, шунда уның тышы ла таҙа булыр!
Яҡшы емеш бирһен өсөн, ағастың яҡшы булыуы кәрәк. Әгәр ағас насар икән, емештәре лә насар булыр. Емешенә ҡарап ағасын таныйҙар.
Ҡыҙ иһә, әсәһе өйрәткәнсә: – Хәҙер үк Сумдырыусы Яхъяның башын ҡоштабаҡҡа һалып алып кил, – тине.
Баҙарҙан ҡайтҡас та, йыуынмайынса ашамайҙар. Улар үтәлергә тейеш тип ҡабул иткән тағы күп ҡағиҙәләр бар. Мәҫәлән, кәсәләрҙе, көршәктәрҙе һәм баҡыр һауыттарҙы йыуыу тәртибе.
Әммә Раббы Ғайса уға былай тигән: – Һеҙ, фарисейҙар, кәсәнең һәм табаҡтың тышын таҙартаһығыҙ, ә үҙегеҙҙең эсегеҙ ҡомһоҙлоҡ һәм яуызлыҡ менән тулы.
Яҡшы кеше яҡшылыҡ тулы күңеленән яҡшылыҡ алып сыға, ә яман кеше яманлыҡ тулы күңеленән яманлыҡ алып сыға. Сөнки кеше күңелендә ни йөрөй, телендә лә шул була.
Ҡәҙерлеләрем, беҙгә ошондай вәғәҙәләр бирелде! Алла алдында ҡурҡҡан хәлдә үҙебеҙҙе тулыһынса Уға бағышлап, әйҙәгеҙ тәнебеҙҙе һәм рухыбыҙҙы тап төшөүҙән сафландырайыҡ.
Шуға күрә ихлас күңел, иман ышаныслылығы менән күңелдәребеҙҙе бысранған выждандан ҡан бөркөп таҙарындырып, тәнебеҙҙе саф һыу менән йыуып, Аллаға яҡынлайыҡ.
Аллаға яҡынлашығыҙ, һәм Ул һеҙгә яҡынлашыр. Гонаһлылар, ҡулдарығыҙҙы таҙартығыҙ, ике йөҙлөләр, йөрәктәрегеҙҙе сафландырығыҙ.