Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 23:13 - Инжил

13-14 – Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ кешеләрҙән Күктәр Батшалығын бикләп тотаһығыҙ, үҙегеҙ ҙә инмәйһегеҙ, инергә теләүселәрҙе лә индермәйһегеҙ!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13-14 – Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ кешеләрҙән Күктәр Батшалығын бикләп тотаһығыҙ, үҙегеҙ ҙә инмәйһегеҙ, инергә теләүселәрҙе лә индермәйһегеҙ!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 23:13
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡайғы һеҙгә, һуҡыр юлбашсылар! Һеҙ: «Алла Йорто менән ант иткән кешенең анты бер ни ҙә тормай, әммә кемдер Алла Йортоноң алтыны менән ант итә икән, ул уны үтәргә тейеш», – тип өйрәтәһегеҙ.


Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ бөтнөктөң, укроптың һәм аҡ әнистең ундан бер өлөшөн бирәһегеҙ, ә ҡанундағы иң мөһим талаптарҙы – ғәҙеллекте, шәфҡәтте һәм Аллаға тоғролоҡто – ситтә ҡалдыраһығыҙ. Быларҙы үтәргә һәм бүтән талаптарҙы ла онотмаҫҡа кәрәк ине.


Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Кәсәнең һәм табаҡтың тышын таҙартаһығыҙ, ә эстән улар ҡомһоҙлоҡ һәм тыйнаҡһыҙлыҡ менән тулы.


Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ ағартылған ҡәбер мәмерйәләре кеүек: тыштан улар матур булып күренә, ә эсе тулы мәйет һөйәктәре һәм төрлө шаҡшы нәмә!


Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ пәйғәмбәрҙәр өсөн мәмерйәләр төҙөйһөгөҙ һәм тәҡүә кешеләрҙең ҡәбер һәйкәлдәрен биҙәйһегеҙ.


Ул, күп кенә фарисейҙарҙың һәм саддукейҙарҙың һыуға сумдырылырға тип килеүен күреп, уларға былай тине: – Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Кем һеҙгә Алланың яҡынлашып килгән асыуынан ҡаса алырһығыҙ тип әйтте?


Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре! Һеҙ белем асҡысын үҙ ҡулығыҙға алдығыҙ: үҙегеҙ ҙә инмәнегеҙ, инергә теләгәндәргә лә ҡамасауланығыҙ.


Һуҡырҙың ата-әсәһе, йәһүд башлыҡтарынан ҡурҡҡанлыҡтан, шулай яуап бирҙе. Сөнки башлыҡтар Ғайсаның Мәсих икәнлеген таныған һәр кемде ғибәҙәтхананан айырырға ҡарар иткәйне.


Шулай итеп, элек һуҡыр булған кеше икенсе тапҡыр саҡыртылды. Башлыҡтар уға: – Алла алдында дөрөҫөн әйт! Һин әйткән кешенең гонаһлы икәнен беләбеҙ, – тинеләр.


– Һин бөтөн булмышың менән гонаһтан яралып тыуғанһың. Һинме беҙҙе өйрәтәһең! – тип уны ҡыуып сығарҙылар.


Ә Елима (был Бариисустың икенсе исеме – «сихырсы»), өлкә башлығының иманға килеүенә аяҡ салырға тырышып, уларға ҡаршы торҙо.


– Беҙ һеҙгә ҡәтғи рәүештә был исемдән өйрәтмәҫкә бойорғайныҡ түгелме? Ә һеҙ үҙегеҙҙең тәғлимәтегеҙҙе бөтә Иерусалимға тараттығыҙ һәм ул Кешенең үлеме өсөн беҙҙе ғәйепләйһегеҙ, – тине.


Илселәрҙе саҡырып индерҙеләр ҙә, уларҙы туҡмап, Ғайса исеменән өйрәтмәҫкә бойороп, иреккә сығарҙылар.


Савл иһә Стефандың үлтерелеүен хупланы. Шул көндә Иерусалимдағы имандаштар берҙәмлектәрен ныҡ эҙәрлекләй башланылар һәм илселәрҙән башҡалар бөтөнөһө Йәһүҙиәнең һәм Самарияның төрлө урындарына таралдылар.


Ианний менән Иамврий Муса пәйғәмбәргә ҡарышҡан кеүек, ошо аҡылдары боҙоҡ, ялған иманлы кешеләр ҙә хәҡиҡәткә ҡаршы сыға.


Һин үҙең дә унан һаҡлан, сөнки ул беҙ һөйләгәндәргә ҡырҡа ҡаршы килгәйне.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ