33 Ғайсаны тыңлаған халыҡ Уның өйрәтеүҙәренә таң ҡалды.
Уның яуабын ишеткәс, хайран ҡалдылар һәм Уны ҡалдырып киттеләр.
– Ҡайсарҙыҡын – ҡайсарға, ә Алланыҡын – Аллаға бирегеҙ, – тине Ғайса. Улар Ғайсаның яуабына хайран ҡалды.
Шәмбе көн еткәс, Ғайса ғибәҙәтханала өйрәтә башланы. Күптәр Уны таң ҡалып тыңлап ултырҙы. – Был тиклемде Ул ҡайҙан белә? Ниндәй тәрән аҡыл бирелгән Уға! Уның ҡулдары менән шундай мөғжизәләр ҡылына бит! – тиеште улар. –
Ғайсаны ишеткәндәрҙең бөтәһе лә Уның аҡыллы яуаптарына хайран ҡалған.
Барыһы ла Уны маҡтаған һәм мәрхәмәт тулы һүҙҙәренә таң ҡалып: – Был Йософтоң Улы түгелме һуң? – тиешкәндәр.
– Ул Кеше кеүек берәүҙең дә һөйләгәне юҡ, – тип яуап бирҙе һаҡсылар.