18 Ғайса уларҙың мәкерле ниәтен аңлап: – Ниңә һеҙ Миңә ау ҡораһығыҙ, ике йөҙлөләр? – тине.
18 Ғайса уларҙың яуыз ниәтен аңлап: – Эй ике йөҙлөләр, ниңә һеҙ Миңә тоҙаҡ ҡораһығыҙ? – тине.
Был хаҡта белгәс, Ғайса бынан сығып китте. Уның артынан күп халыҡ эйәрҙе. Ул ауырыуҙарҙың бөтәһен дә һауыҡтырҙы.
Ғайса янына фарисейҙар килде. Уны һынарға теләп: – Ир кешегә ниндәйҙер сәбәп менән ҡатынын айырырға рөхсәт ителәме? – тип һоранылар.
Шулай булғас, әйт әле беҙгә: нисек уйлайһың, ҡайсарға һалым түләргә рөхсәт ителәме, әллә юҡмы?
– Һалымды ниндәй аҡса менән түләйһегеҙ, шуны Миңә күрһәтегеҙ! Уға динар килтереп бирҙеләр.
Тағы береһен ебәргән – уны ла үлтергәндәр. Ул ебәргән башҡалар менән дә шулай эшләгәндәр: ҡайһыһын туҡмағандар, ҡайһыһын үлтергәндәр.
Ғайса шунда уҡ Үҙ рухы менән уларҙың фекерен һиҙеп былай тине: – Ни өсөн һеҙ эстән генә шулай уйлайһығыҙ?
Бына бер ҡанун белгесе урынынан торған да, Ғайсаны һынарға теләп: – Остаз, мәңгелек тормош алыр өсөн миңә нимә эшләргә? – тигән.
Ғайса иһә, быларҙың мәкерле ниәттәрен аңлап:
Ғайса, уларҙың уй-фекерҙәрен белеп: – Ни өсөн һеҙ эстән генә шулай уйлайһығыҙ? – тип һораған. –
Ғайса, уларҙың уйын белеп, бер баланы Үҙенең эргәһенә баҫтырған да:
Кемдең дә булһа берәйһе тураһында һөйләүенә Уның ихтыяжы булманы. Кеше күңелендә ни барлығын Ул Үҙе белә ине.
Улар быны Ғайсаны һынар өсөн, бәлки, ғәйепләргә берәй һылтау табырбыҙ, тигән уйҙан сығып әйтте. Әммә Ғайса, түбән эйелеп, бармағы менән ергә ниҙер яҙа башланы.
Әммә Петр: – Ни өсөн һеҙ Раббының Рухын һынап ҡарарға булдығыҙ? Ана иреңде күмгән кешеләр инеп килә. Улар һине лә алып сығасаҡ, – тине.
Уның балаларын үлем менән юҡҡа сығарасаҡмын. Шул саҡта уй-тойғоларымды һынап, Белеүсе булыуымды бөтөн берҙәмлектәрҙә лә белерҙәр. Барығыҙға ла эшегеҙгә ҡарата тейешлеһен бирермен.