Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 22:16 - Инжил

16 Улар үҙҙәренең шәкерттәрен Ирод батша яҡлылары менән бергә Ғайса янына ебәрҙе. – Остаз, – тине улар, – беҙ Һинең дөрөҫөн әйтеүеңде һәм, дөрөҫлөктән ситкә тайпылмайынса, Алла юлына өйрәтеүеңде беләбеҙ. Һин бер кемгә лә ярарға тырышмайһың, сөнки кешеләрҙең кемлегенә ҡарамайһың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 Улар үҙҙәренең шәкерттәрен Һируд батша яҡлылар менән бергә Ғайса янына ебәрҙе. – Остаз, – тине улар, – беҙ Һинең тура һүҙле булғаныңды һәм, дөрөҫлөктән ситкә тайпылмайынса, Алла юлына өйрәтеүеңде беләбеҙ. Һин бер кемдән дә ҡурҡмайһың, бер кемгә лә ярарға тырышмайһың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 22:16
36 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Остаз, Муса ҡанунда әйткән: «Әгәр ҙә балаһы булмаған ир үлеп китһә, уның тол ҡалған ҡатынына туғаны өйләнһен һәм үлгән туғанының нәҫелен дауам итһен».


Икенсеһе менән дә, өсөнсөһөнән етенсеһенә тиклем бүтәндәре менән дә шундай хәл ҡабатланды.


Ғайса уларға: – Ҡалала йәшәгән шул-шул кешегә барып, уға: «Остазыбыҙ: „Билдәләнгән сәғәтем етеп килә. Мин Үҙемдең шәкерттәрем менән бергә Ҡотҡарылыу байрамы ашын һиндә ашармын“, – тине», – тип әйтегеҙ.


Йәһүҙә йәһәт кенә Ғайса янына килеп: – Һаумы, Остаз! – тип Уны үбеп алды.


Ғайса юлға сыҡҡанда янына бер кеше йүгереп килде лә, Уның алдында тубыҡланып: – Изгелекле Остаз, мәңгелек тормош алыр өсөн миңә нимә эшләргә кәрәк? – тип һораны.


Бәйләнерлек һүҙ әйтмәҫме тип, бер нисә фарисейҙы һәм Ирод батша яҡлыларҙы Ғайса янына ебәрҙеләр.


Улар килеп: – Остаз, Һинең дөрөҫөн әйтеүеңде һәм бер кемгә лә ярарға тырышмауыңды беләбеҙ. Кешеләрҙең кемлегенә ҡарамайһың, әммә, дөрөҫлөктән ситкә китмәйенсә, Алла юлына өйрәтәһең. Әйтсе, ҡайсарға һалым түләргә рөхсәт ителәме, әллә юҡмы? Беҙгә түләргәме, юҡмы? – тинеләр.


Фарисейҙар иһә ғибәҙәтхананан сығып китеп, шунда уҡ Ирод батша яҡлылар менән бергә Ғайсаны нисек тә һәләк итеү тураһында кәңәшҡорҙо.


Ғайса шәкерттәрен: – Ҡарағыҙ уны, фарисейҙар әсеткеһенән дә, Ирод әсеткеһенән дә һаҡ булығыҙ! – тип киҫәтте.


– Остаз, беҙ Һинең хаҡ һүҙ һөйләүеңде һәм өйрәтеүеңде беләбеҙ. Кешеләрҙе айырмай ҡарайһың һәм, дөрөҫлөктән ситкә тайпылмайынса, Алла юлына өйрәтәһең.


Ғайса уға: – Симон, Минең һиңә әйтергә теләгән бер һүҙем бар, – тигән. – Әйт, Остаз, – тигән фарисей.


Ғайса уға: – Мин – юл, хәҡиҡәт һәм тормош. Минең аша үтеп кенә Атам янына барып була.


– Тимәк, Һин Батша? Ғайса уға: – Һин үҙең Мине Батша тиһең. Мин хәҡиҡәт тураһында шаһитлыҡ ҡылыу өсөн тыуҙым, донъяға ла шуның өсөн килдем. Хәҡиҡәт яҡлы һәр кем Мине тыңлай, – тине.


Үҙ исеменән һөйләгән үҙенә дан эҙләй, ә үҙен ебәреүсенең данын эҙләгән кеше иһә эскерһеҙ, һәм уның күңелендә ялғанға урын юҡ.


Беҙ, күптәрҙән айырмалы рәүештә, Алла һүҙе менән һатыу итмәйбеҙ, ә Алла тарафынан ебәрелгән булараҡ, Уның Үҙе алдында Мәсих аша ихлас күңелдән вәғәзләйбеҙ.


Уның урынына, йәшерен хурлыҡлы эштәрҙән баш тартып, хәйлә юлына баҫмайынса һәм Алла һүҙен боҙмайынса, киреһенсә, хәҡиҡәтте асып, Алла алдында яуаплы булып, үҙебеҙҙе һәр кешенең намыҫ хөкөмөнә тәҡдим итәбеҙ.


Шуға күрә хәҙер беҙ бер кемде лә кеше үлсәме менән үлсәмәйбеҙ. Мәсихкә лә элек кеше үлсәме менән ҡараһаҡ та, хәҙер инде улай ҡарамайбыҙ.


Мин хуплауҙы кешеләрҙән эҙләйемме, әллә Аллананмы? Бәлки, кешеләргә ярарға тырышамдыр? Шулай булһа, Мәсихкә хеҙмәт итмәҫ инем.


Абруйлы кешеләр ҙә бәйән иткәндәремә ни ҙә булһа өҫтәүемде талап итмәне. Ә уларҙың ниндәй булыуы минең өсөн мөһим түгел ине: Алла кешенең кемлегенә ҡарамай.


Һөйләгәндә кешеләргә ярарға тырышып түгел, ә йөрәктәребеҙҙе һынаусы һәм Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуҙа беҙҙе лайыҡлы тип тапҡан Алла ихтыярынан сығып эш итәбеҙ.


Ә юғарынан килгән аҡыл иң тәүҙә саф, шулай уҡ тыныс, йомшаҡ, тыңлаусан, шәфҡәт һәм игелекле емештәр менән тулы, кешеләрҙе тигеҙ күрә һәм ике йөҙлө түгел.


Беҙ Алла Улының килгәнен һәм хәҡиҡи Алланы таныр өсөн беҙгә аң биргәнен беләбеҙ. Һәм беҙ хәҡиҡи Аллала, Уның Улы Ғайса Мәсихтә. Ул – хәҡиҡи Алла һәм мәңгелек тормош.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ