15 Шунан һуң фарисейҙар йыйылып, Ғайсаны нисек итеп һүҙҙә эләктерергә икән, тип кәңәш ҡорҙо.
15 Шунан һуң фарисейҙар йыйылып, Ғайсаны нисек итеп һүҙҙә эләктерергә, тип мәкер ҡорҙо.
Ә фарисейҙар, ғибәҙәтхананан сығып киттеләр ҙә, Ғайсаны һәләк итеү тураһында кәңәш ҡорҙолар.
Мин быны һеҙҙе тышаулау өсөн түгел, ә хаҡ эшләүегеҙҙе һәм, иғтибарығыҙҙы ситкә йүнәлтмәйенсә, Раббыға туҡтауһыҙ хеҙмәт итеп йәшәүегеҙҙе теләп, һеҙҙең файҙаға әйтәм.
Гонаһлылар тарафынан ошондай дошманлыҡ хисе Кисереүсе тураһында уйлап ҡарағыҙ. Был күңелегеҙҙе төшөрмәҫкә һәм көсөгөҙҙө юғалтмаҫҡа ярҙам итер.