Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 22:13 - Инжил

13 Батша хеҙмәтселәренә: «Быны, аяҡ-ҡулын бәйләп, тышҡы ҡараңғылыҡҡа сығарып ташлағыҙ. Унда илау һәм теш шығырлатыуҙар ишетелер», – тигән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Батша хеҙмәтселәренә: «Быны, аяҡ-ҡулын бәйләп, тышҡы ҡараңғылыҡҡа сығарып ташлағыҙ. Унда илаған, теш шығырҙатҡан тауыштар ишетелер», – тигән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 22:13
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Берәйһе көслө кешенең өйөнә инеп, тәүҙә уны бәйләмәһә, мөлкәтен талап сыға алырмы икән? Уны бәйләгәс кенә өйөн талап сығыр.


Уныһы ла, быныһы ла ураҡҡа тиклем бергә үҫһен. Ураҡ өҫтөндә инде мин ураҡсыларға: „Иң элек ҡый үләнен йыйып, яндырыу өсөн бәйләмдәргә бәйләгеҙ, ә бойҙайҙы минең келәтемә илтеп һалығыҙ“, – тип әйтермен».


янып торған утлы мейескә ырғытыр. Унда илау һәм теш шығырлатыуҙар ишетелер.


утлы мейескә ташлар. Унда илау һәм теш шығырлатыуҙар ишетелер.


уны ҡаты язаға тарттырыр һәм ике йөҙлөләр менән бер яҙмышҡа дусар итер: унда илау һәм теш шығырлатыуҙар ишетелер.


Ә был булдыҡһыҙ хеҙмәтсене тышҡы ҡараңғылыҡҡа сығарып ташлағыҙ: унда илау һәм теш шығырлатыуҙар ишетелер», – тине.


Ә кемгә Батшалыҡ тәғәйенләнгән булған, улар тышҡы ҡараңғылыҡҡа ҡыуылыр: унда һыҡтау һәм теш шығырлатҡан тауыштар ишетелер, – тине.


Һеҙ Ибраһимдың, Исхаҡтың, Яҡубтың һәм бөтөн пәйғәмбәрҙәрҙең Алла Батшалығында булыуын, ә үҙегеҙҙең унан ҡыуып сығарылыуығыҙҙы күреп, һыҡтарһығыҙ һәм тештәрегеҙҙе шығырлатырһығыҙ.


Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: йәш сағыңда һин, үҙ-үҙеңде билбаулап, теләгән ереңә бара инең. Ә ҡартайғас, ҡулдарыңды ситкә һуҙырһың һәм, башҡа берәү һине билбаулап, теләмәгән ереңә алып китер.


Ул беҙҙең янға килеп, Павелдың билбауын алып, үҙенең аяҡ-ҡулын бәйләне. – Изге Рух: «Иерусалимдағы йәһүдтәр был билбауҙың эйәһен бына шулай бәйләйәсәк һәм уны мәжүсиҙәр ҡулына тапшырасаҡ», – тип әйтә, – тине Һағәб.


Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, Юғары кәңәшмәлә ултырыусылар асыуҙан тештәрен шығырлатты.


Улар, Раббы янынан һәм Уның бөйөк ҡөҙрәтенән ситләтелеп, язаға, мәңгелек һәләкәткә дусар ителер.


Был кешеләр – һыуһыҙ шишмәләр, ел-дауыл ҡыуып таратҡан томан һымаҡ: уларҙы дөм ҡараңғылыҡ көтә.


Алла гонаһ ҡылған фәрештәләрҙе лә аямаған, ә йәһәннәмгә ташлаған бит. Шунда, ҡараңғыла, сынйыр менән бығауланған килеш хөкөм көнөн көтөрҙәр.


Улар – үҙҙәренең хурлыҡлы эштәренең күбеге менән ҡапланған дауыллы диңгеҙ тулҡындары. Улар – йыһанда юғалған йондоҙҙар, улар өсөн мәңгелек ҡараңғылыҡта урын һаҡлана.


Үҙенә бирелгән хакимлыҡты һаҡламаған һәм торлаҡтарын ташлап киткән фәрештәләрҙе иһә Ул, бөйөк көндә хөкөм итеү өсөн, мәңгелек бығауҙарға быуып, дөм ҡараңғыла һаҡ аҫтында тота.


Ҡалаға һис бер бысраҡлыҡ та, әшәкелек, ялғанлыҡ ҡылыусылар ҙа инмәйәсәк, унда исемдәре Бәрәстең тормош китабында яҙылғандар ғына инәсәк.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ