Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 21:39 - Инжил

39 Улар уны тотоп, йөҙөм баҡсаһынан алып сығып үлтергәндәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

39 Уны тотоп, йөҙөм баҡсаһынан тышҡа сығарып үлтергәндәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 21:39
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә йөҙөм үҫтереүселәр, уның улын күргәс, бер-береһенә: «Был – вариҫ. Әйҙәгеҙ, уны үлтерәйек тә, уға ҡала торған мираҫ беҙҙеке булыр», – тиешкәндәр.


Инде баҡса хужаһы, әйләнеп ҡайтҡас, был йөҙөм үҫтереүселәрҙе ни эшләтер?


Ә Ғайса уға: – Нимәгә тип килгән булһаң, шуны ҡыл, дуҫым! – тине. Бынан һуң Йәһүҙә менән килгән кешеләр яҡыныраҡ килеп Ғайсаны эләктерҙеләр һәм ҡулға алдылар.


Ғайсаны ҡулға алған кешеләр Уны иң баш рухани Каиафа алдына алып килделәр. Унда ҡанун белгестәре һәм аҡһаҡалдар йыйылғайны.


Рим ғәскәриҙәре, уларҙың башлығы һәм йәһүдтәр тарафынан ебәрелгән Алла Йорто һаҡсылары Ғайсаны тотоп бәйләне.


Шунан Аннас Уны бәйләнгән хәлдә иң баш рухани Каиафа ҡаршыһына ебәрҙе.


Алланың билдәләнгән маҡсаты һәм алдан белеп тороуы менән һеҙҙең ҡарамаҡҡа бирелгән ошо Кешене Алла ҡанунын белмәүселәр ҡулы менән арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатып үлтерҙегеҙ.


һеҙҙең һәммәгеҙгә һәм бөтә Израиль халҡына мәғлүм булһын: ҡаршығыҙҙа баҫып торған кеше, һеҙ арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатҡан, Алла тарафынан үленән терелтелгән назаралы Ғайса Мәсих исеме менән һауыҡтырылды.


Ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы һеҙ ағас бағанаға ҡаҙаҡлап үлтергән Ғайсаны терелтте.


Һеҙҙең ата-бабаларығыҙ эҙәрлекләмәгән берәй пәйғәмбәр ҡалдымы икән? Улар Хаҡ булған Заттың килерен алдан хәбәр итеүселәрҙе үлтергән, ә хәҙер һеҙ Уның Үҙенә хыянат иттегеҙ һәм Уны үлтерҙегеҙ.


Һеҙ ғәйепһеҙҙе хөкөм иттегеҙ һәм үлтерҙегеҙ: ул һеҙгә ҡаршылашманы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ