Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 21:34 - Инжил

34 Емеш йыйыр ваҡыт еткәс, уңышынан үҙ өлөшөн алырға тип хеҙмәтселәрен ебәргән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

34 Емеш йыйыр ваҡыт еткәс, уңышынан үҙ өлөшөн алырға тип хеҙмәтселәрен ебәргән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 21:34
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йөҙөм үҫтереүселәр уның хеҙмәтселәрен тотоп, ҡайһыһын туҡмап, ҡайһыһын үлтереп, ҡайһыларын таш менән бәргесләгәндәр.


Әммә йөҙөм үҫтереүселәр, уның улын күргәс, бер-береһенә: «Был – вариҫ. Әйҙәгеҙ, уны үлтерәйек тә, уға ҡала торған мираҫ беҙҙеке булыр», – тиешкәндәр.


Инде баҡса хужаһы, әйләнеп ҡайтҡас, был йөҙөм үҫтереүселәрҙе ни эшләтер?


– Уларҙы яуызлыҡтары өсөн ҡот осҡос үлемгә дусар итер һәм баҡсаны башҡа йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға бирер. Улары хужаға тейешле өлөштө ваҡытында биреп барыр, – тип яуап ҡайтарҙы баш руханиҙар һәм аҡһаҡалдар.


Ул, мәжлескә саҡырылған ҡунаҡтарҙы йыйырға ниәтләп, хеҙмәтселәрен ебәргән, ләкин ҡунаҡтарҙың килгеһе килмәгән.


Ғайса уларға ҡисса һөйләй башланы: – Бер кеше йөҙөм баҡсаһы ултыртҡан. Уны ҡойма менән уратып алған, йөҙөм иҙеү өсөн һыҡҡыс ҡаҙыған, ҡарауыл манараһы төҙөп ҡуйған һәм, баҡсаны йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға биреп, үҙе сит яҡҡа китеп барған.


Әммә йөҙөм үҫтереүселәр үҙ-ара: «Был – вариҫ. Әйҙәгеҙ, уны үлтерәйек тә, уға ҡала торған мираҫ беҙҙеке булыр», – тиешкәндәр.


Инде баҡса хужаһы нимә эшләр? Ул, килеп, йөҙөм үҫтереүселәрҙе үлтерер ҙә баҡсаны башҡаларға бирер.


Ғайса халыҡҡа ошондай ҡисса һөйләгән: – Бер кеше йөҙөм баҡсаһы ултыртҡан һәм уны йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға биреп, оҙаҡ ваҡытҡа сит яҡҡа китеп барған.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ