29 Уныһы иһә: «Эшләгем килмәй», – тигән, ләкин бер аҙҙан кире уйлап, киткән.
– Ә бына был хаҡта ни әйтерһегеҙ? Бер кешенең ике улы булған. Беренсеһенең янына килеп, ул: «Улым, бөгөн йөҙөм баҡсаһына барып эшләп ҡайт әле», – тигән.
Атай кеше, икенсе улы янына килеп, шуны уҡ ҡабатлаған. Уныһы: «Барам, әфәндем» – тигән, әммә бармаған.
Аталарының ихтыярын ҡайһыһы үтәгән? – Беренсеһе, – тип яуап бирҙе тегеләр. Ғайса уларға: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Батшалығына һалым йыйыусылар һәм фәхишәләр һеҙҙән алда инәсәк.
һәм тәүҙә Дамаск һәм Иерусалим кешеләренә, унан бөтә Йәһүҙиә ерендә йәшәүселәргә һәм йәһүд булмаған башҡа халыҡтарға вәғәз һөйләнем. Мин уларҙы тәүбә итеп Аллаға табан боролорға, тәүбәгә килеүҙәрен күрһәтә торған лайыҡлы эштәр ҡылырға саҡырҙым.
Һеҙҙең ҡайһы берҙәрегеҙ бына шундайҙарҙан ине. Әммә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме һәм Аллабыҙ Рухы менән йыуылып таҙарындығыҙ, изгеләндегеҙ һәм аҡландығыҙ.