Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 21:26 - Инжил

26 «Кешеләрҙән», – тиергә иһә халыҡтан ҡурҡабыҙ. Бөтөнөһө лә Яхъяны пәйғәмбәр тип иҫәпләй бит, – тиештеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

26 «Кешеләрҙән», – тиһәк, халыҡтан ҡурҡабыҙ. Бөтөнөһө лә Яхъяны пәйғәмбәр тип иҫәпләй бит, – тиештеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 21:26
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улайһа, нимә ҡарарға барҙығыҙ? Пәйғәмбәрҙеме? Эйе! Мин һеҙгә әйтәм: Яхъя – пәйғәмбәрҙән дә бөйөгөрәк.


Ирод Яхъяны үлтерер ине, әммә уны пәйғәмбәр тип иҫәпләгән халыҡтан ҡурҡты.


– Был – Ғайса, Галилеялағы Назаранан килгән пәйғәмбәр, – тип яуап бирҙе халыҡ.


Яхъяның һыуға сумдырыуы ҡайҙан килә? Күктәнме, әллә кешеләрҙәнме? Тегеләр үҙ-ара: – Әгәр: «Күктән», – тиһәк, Ул: «Ниңә һуң һеҙ уға ышанманығыҙ?» – тип һораясаҡ.


– Белмәйбеҙ, – тип яуап ҡайтарҙы улар Ғайсаға. – Улай булғас, Мин дә һеҙгә быларҙы ниндәй вәкәләт менән башҡарыуымды әйтмәйем, – тине Ғайса.


Улар Ғайсаны ҡулға алырға теләне, ләкин баҙнат итмәне, сөнки Уны пәйғәмбәр тип һанаған халыҡтан ҡурҡтылар.


«Кешеләрҙән», – тип әйтергәме әллә? – тиештеләр. Ләкин халыҡтан ҡурҡтылар, сөнки барыһы ла Яхъяны ысынлап та пәйғәмбәр тип иҫәпләй ине.


Ҡиссаның үҙҙәре тураһында икәнен аңлап, йәһүд башлыҡтары Ғайсаны ҡулға алырға теләне, ләкин халыҡтан ҡурҡып, баҙнат итмәне. Шунлыҡтан Уны ҡалдырып киттеләр.


Яхъяның тәҡүә һәм изге кеше булғанын белгәнгә күрә, Ирод унан ҡурҡа һәм ҡурсалай торғайны. Яхъяның һүҙҙәренән ҙур хафаға төшһә лә, уны бик теләп тыңлай ине.


Баш руханиҙар менән ҡанун белгестәре Ғайса һөйләгән ҡиссаның үҙҙәре тураһында икәнен аңлап, шунда уҡ Уны ҡулға алырға теләгән, әммә баҙнат итмәгән, сөнки халыҡтан ҡурҡҡан.


Ә инде: «Кешеләрҙән», – тиһәк, бөтә халыҡ беҙҙе таш менән бәргесләр, сөнки барыһы ла Яхъяның пәйғәмбәр булыуына ышана.


Баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре, халыҡтан ҡурҡҡанға, Ғайсанан ҡотолоу өсөн уңайлы әмәл эҙләгән.


Яхъя янып һәм балҡып торған яҡтыртҡыс ине, ә һеҙ уның яҡтылығына аҙ ваҡытҡа ғына ҡыуанырға теләнегеҙ.


Һуҡырҙың ата-әсәһе, йәһүд башлыҡтарынан ҡурҡҡанлыҡтан, шулай яуап бирҙе. Сөнки башлыҡтар Ғайсаның Мәсих икәнлеген таныған һәр кемде ғибәҙәтхананан айырырға ҡарар иткәйне.


Ошонан һуң тәртип һаҡсылары менән бергә уларҙың башлығы ла шунда барҙы һәм, халыҡ таш бәрә башлар тип ҡурҡып, илселәрҙе алып килгәндә көс ҡулланманы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ