Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 21:15 - Инжил

15 Ләкин Ул ҡылған ғәжәйеп эштәрҙе күреүҙән һәм балаларҙың Алла Йортонда: «Дауыт Улына осанна!» – тип ҡысҡырыуынан баш руханиҙарҙың һәм ҡанун белгестәренең асыуы ҡабарҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

15 Ләкин Ул ҡылған ғәжәйеп эштәрҙе күреүҙән һәм Алла йортондағы балаларҙың: «Дауыт Улына һосанна!» – тип ҡысҡырыуынан баш ҡаһиндарҙың һәм ҡанун белгестәренең асыуы ҡабарҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 21:15
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Был һөйләшеүҙе ишеткәс, ҡалған ун шәкерттең был икәүгә асыуы килде.


Ғайса Алла Йортона инеп унда өйрәткән саҡта, янына баш руханиҙар һәм халыҡ аҡһаҡалдары килде. – Быларҙы эшләргә Һинең ни хаҡың бар? Был вәкәләтте Һиңә кем бирҙе? – тип һораны улар.


Ғайсаның алдынан барыусылар ҙа, артынан килеүсе төркөмдәр ҙә: – Дауыт Улына осанна! Раббы исеме менән Килеүсе мөбәрәк булһын! Бейек күктәрҙә осанна! – тип ҡысҡырҙылар.


– Һеҙ Мәсих хаҡында нимә уйлайһығыҙ? Ул кемдең Тоҡомо? – тип һораны. – Дауыт Тоҡомо, – тип яуап бирҙе улар.


Ошо ваҡытта баш руханиҙар һәм халыҡ аҡһаҡалдары Каиафа исемле иң баш руханиҙың һарайында йыйылды


Баш руханиҙар һәм бөтә Юғары кәңәшмә, Ғайсаны үлемгә хөкөм итер өсөн, Уға ҡаршы ялған шаһитлыҡ эҙләне.


Иртән иртүк бөтә баш руханиҙар һәм халыҡ аҡһаҡалдары кәңәшкә йыйылып, Ғайса үлтерелергә тейеш, тип ҡарар ҡылды.


Баш руханиҙар һәм аҡһаҡалдар иһә Варавваны иреккә сығарыуҙы, ә Ғайсаны үлем язаһына тарттырыуҙы талап итергә тип, халыҡты ҡотортоп ҡуйғайны.


Ғайса унан киткәндә, артынан ике һуҡыр эйәрҙе. Улар: – Дауыт Улы, беҙгә мәрхәмәтле булһаңсы! – тип ҡысҡырҙы.


Был хаҡта ишеткәс, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре Уны һәләк итеү әмәлен эҙләне. Бөтә халыҡ Уның өйрәткәндәрен таң ҡалып тыңлағанға күрә, Унан ҡурҡтылар.


Бер көндө, Ғайса халыҡты Алла Йортонда өйрәтеп, Һөйөнөслө Хәбәр иғлан иткәндә, Уның эргәһенә аҡһаҡалдар менән баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре килгән.


Баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре, халыҡтан ҡурҡҡанға, Ғайсанан ҡотолоу өсөн уңайлы әмәл эҙләгән.


Таң менән халыҡ аҡһаҡалдары, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре Юғары кәңәшмә йыйылышына килгән һәм Ғайсаны йыйылыш алдына баҫтырып:


Баш руханиҙар һәм фарисейҙар иһә, Ғайсаны ҡулға алыр өсөн, Уның ҡайҙалығын белгән кешеләр беҙгә килеп әйтергә тейеш, тип әмер бирҙе.


Фарисейҙар иһә үҙ-ара: – Күрәһегеҙме, беҙ бер нәмәгә лә өлгәшә алмайбыҙ. Бөтә кеше Уға эйәрә, – тиеште.


Фарисейҙар Ғайсаның Яхъяға ҡарағанда күберәк шәкерттәр йыйғаны һәм уларҙы һыуға сумдырғаны тураһында ишетте


Изге Яҙмала: «Мәсих Дауыт нәҫеленән буласаҡ һәм Дауыттың йәшәгән ҡалаһы Вифлеемдан киләсәк», тип яҙылған бит.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ