11 – Был – Ғайса, Галилеялағы Назаранан килгән пәйғәмбәр, – тип яуап бирҙе халыҡ.
Унда Назара тигән ҡалаға барып урынлашты. Был пәйғәмбәрҙәр аша белдерелгән: «Уны „Назаралы“ тип атарҙар», – тигән һүҙҙәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды.
Ғайса Иерусалимға килеп ингәс, бөтә ҡала хәрәкәткә килде. – Был кем? – тип һораштылар.
«Кешеләрҙән», – тиергә иһә халыҡтан ҡурҡабыҙ. Бөтөнөһө лә Яхъяны пәйғәмбәр тип иҫәпләй бит, – тиештеләр.
Улар Ғайсаны ҡулға алырға теләне, ләкин баҙнат итмәне, сөнки Уны пәйғәмбәр тип һанаған халыҡтан ҡурҡтылар.
Икенселәре: «Ул – Ильяс», – тине, бүтәндәре иһә: «Борон булған пәйғәмбәрҙәргә оҡшаған бер пәйғәмбәр Ул», – тип һөйләне.
Улай ғына ла түгел, Мин бөгөн дә, иртәгә лә, өсөнсө көндә лә Үҙ юлымды дауам итергә тейешмен, сөнки пәйғәмбәрҙең Иерусалимдан ситтә үлтерелеүе күҙ алдына килмәй.
– Ниндәй хәл? Шәкерттәр Уға: – Назаралы Ғайса менән булған хәл, Ул Алла алдында ла, бөтә халыҡ алдында ла, һүҙҙә лә, ғәмәлдә лә ҡөҙрәтле пәйғәмбәр ине.
Бөтәһе лә ҡурҡып ҡалған һәм: – Арабыҙҙан бөйөк пәйғәмбәр сыҡты. Алла үҙ халҡына ярҙамға килде, – тип Алланы данлаған.
Ғайсаны ашҡа саҡырған фарисей быны күреп: «Әгәр ул пәйғәмбәр булһа, үҙенә ҡағылған ҡатындың ниндәй икәнлеген белер ине. Ул бит әхлаҡһыҙ», – тип уйлаған.
Улар: – Кем һуң һин? Ильясмы? – тип һораны. – Юҡ, – тине Яхъя. – Вәғәҙә ителгән Пәйғәмбәрме? – Юҡ, – тип яуапланы ул йәнә.
– Һин Мәсих тә, Ильяс та, вәғәҙә ителгән Пәйғәмбәр ҙә булмағас, ни өсөн һыуға сумдырыу йолаһын башҡараһың? – тип һоранылар.
– Әфәндем! Күрәм, Һин пәйғәмбәр.
Ғайса ҡылған мөғжизәне күреп, кешеләр: – Донъяға килергә тейеш булған Пәйғәмбәр ысынлап та Ул икән! – тиешә башланы.
Уның һүҙҙәрен ишеткән кешеләрҙең ҡайһы берҙәре: – Был ысынлап та вәғәҙә ителгән Пәйғәмбәр!
Элекке һуҡырҙан: – Һин, Ул минең күҙҙәремде асты, тиһең. Кем Ул, һинеңсә? – тип тағы ла һораштылар. – Пәйғәмбәр, – тине теге кеше.
Израиль халҡына: «Алла һеҙгә нәҫелегеҙҙән минең кеүек Пәйғәмбәр сығарасаҡ», – тип әйткән дә шул Муса.