10 Ғайса Иерусалимға килеп ингәс, бөтә ҡала хәрәкәткә килде. – Был кем? – тип һораштылар.
10 Ғайса Йәрүсәлимгә килеп ингәс, бөтә ҡала хәрәкәткә килде. – Был кем? – тип һораштылар.
Был хаҡта ишеткәс, Ирод батша һәм уның менән бергә бөтөн Иерусалим халҡы хафаға ҡалды.
– Был – Ғайса, Галилеялағы Назаранан килгән пәйғәмбәр, – тип яуап бирҙе халыҡ.
Ғайсаның алдынан барыусылар ҙа, артынан килеүсе төркөмдәр ҙә: – Дауыт Улына осанна! Раббы исеме менән Килеүсе мөбәрәк булһын! Бейек күктәрҙә осанна! – тип ҡысҡырҙылар.
Улар Ғайсанан: – Әйт әле, быларҙы эшләргә Һинең ни хаҡың бар? Был вәкәләтте Һиңә кем бирҙе? – тип һораған.
Ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар үҙ-ара фекер алыша башлаған: – Көфөр һүҙ һөйләүсе был Кеше кем һуң? Гонаһтарҙы бер Алланан башҡа кем кисерә ала?
Табын артындағылар бер-береһе менән: – Кем Ул? Ул хатта гонаһтарҙы кисерә, – тип һөйләшә башлағандар.
Ә Ирод: – Яхъяның башын мин үҙем киҫтергәйнем, шулай булғас, Уның тураһында бындай хәбәрҙәр ишетергә тура килгән был Кеше кем һуң? – тип һораған. Ирод Уны күрергә теләгән.
Йәһүд башлыҡтары Ғайсанан: – Бындай эшкә вәкәләтең барлығын Һин беҙгә ниндәй мөғжизә менән иҫбат итә алаһың? – тип һораны.
– Һин кем, Әфәнде? – тип һораны Савл. – Мин – һин эҙәрлекләгән Ғайса, – тип яуап бирҙе тауыш. –